Найти тему
Башҡортостан гәзите

Телефон арҡаһында янғын сыҡҡан

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң Беренсе Май урамындағы күп фатирлы йорттағы янғын мәлендә дүрт кешене ҡотҡарған. Фатирға ҙур зыян килтерелгән. Ут иһә оҙайтҡысҡа тоташтырып, алынмай ҡалдырылған телефондың заряд ҡоролмаһынан тоҡанған. Йорттағы хәүефһеҙлек баҫҡысы буйлап алты кеше йорттан үҙаллы сыҡҡан, уларҙың икеһе - бала. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар килгән саҡта йорттоң дүртенсе ҡатындағы фатирҙы тулыһынса ут ялмап алған була. Янғынды 15 минутта һүндерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала көн дә янғындар булып тора. Йыл башынан, 3 июлгә ҡарата, Башҡортостанда 5779 янғын осрағы теркәлгән, уларҙа 154 кешенең ғүмере өҙөлгән, шул иҫәптән ике баланың. 138 кеше йәрәхәттәр алған. Нефтекама, Салауат, Белорет, Бөрө, Ишембай, Баймаҡ, Учалы, Дүртөйлө ҡалаларында һәм Белорет, Бөрө, Ишембай, Баймаҡ, Учалы, Дүртөйлө, Благовар, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Миәкә, Өфө райондарында янғындарҙа кешеләрҙең үлем осраҡтарының артыуы теркәлгән. Ҡалтасы һәм Шишмә райондарында был күрһәткес 500 процентҡа артҡан. Янғындарҙың өс төп сәбәбе – ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдарын һәм мейестәрҙе ҡороу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу. Йыш ҡына янғындар төндә йәки иртәнге сәғәттәрҙә була. Йоҡо мәле кешеләрҙең һәләк булыуына булышлыҡ итә. Утта һәләк булғандарҙың социаль хәле тураһында һүҙ йөрөткәндә, дөйөм һандың яртыһынан күберәге – пенсионерҙар һәм эшһеҙҙәр. Хөрмәтле республика халҡы! Тәмәкене һүндермәйсә ташламағыҙ, өйҙән сыҡҡанда электр приборҙарын һүндерегеҙ. Янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһының батарейкаһын тикшереп тороғоҙ. Республикала 14 категорияға ҡараған граждандар, шул иҫәптән 2023 йылдың июленән баҡсасылыҡ коммерцияға ҡарамаған ширҡәттәрендә даими йәшәгән һәм пенсия йәшендәге граждандар, шәхси йорттарҙа йәшәгәндәр янғынды иҫкәртеүсе ҡоролманы бушлай алыу хоҡуғына эйә. Фото: mchsrb