Ҡаһарман ҡустыбыҙ Ирмәк Салауат улы Ҡарағужиндың яуҙа күрһәткән батырлығы үлгәндән һуң Шайморатов ордены (2023 йыл, 23 февраль) менән баһаланғайны, йәнә "Ҡаһарманлыҡ өсөн" (2023 йыл, 9 июнь) миҙалына ла лайыҡ булды. Ике юғары награданы ҡабул итеп алыу бәләкәй улы Айназ иңенә төштө, өлкән улы Роберт – хәрби хеҙмәттә. Ике хәрби – атай менән ул, саҡ ҡына аймылыш булып, осрашып өлгөрмәнеләр. Атаһы яуҙан ялға ҡайтыр алдынан ғына улы хәрби хеҙмәткә юлланды. Миҙал хаҡында (орден хаҡында ла) яңылыҡты ишетеү ҡапма-ҡаршылыҡлы хистәр уята: берҙән, Ирмәктең ҡаһарманлығын баһалауҙары өсөн ҡыуанысҡа яҡын тойғо (аныҡ ҡына әйтә алмайым) булһа, икенсеһе – моңһоу кисерештәр. Ирекһеҙҙән уға бәйле хәтирәләр иҫкә төшә. Уның отҡор телле (тәләкәсе) булыуын бер кем дә инҡар итмәҫ. Ғөмүмән, ул сифат беҙҙең олатайҙарҙан килә, кешене тәләк итеү (шулай тип әйтәләр ине) Ҡарағужиндар затына хас, был сифаттың ыңғай яғы менән кире яғы ла бар. Башҡорт халыҡ ижадындағы "Ҡара сәүкә – Ямғырсы" тип аталған легендала беҙҙең Ҡарағужа олатай Салауат яуынан һуң батша язаһынан шул теле ярҙамында ҡотолоп ҡалһа, шул тәләк итеүе арҡаһында үҙе менән бергә яуапҡа саҡырылып, береһе – танауһыҙ, икенсеһе ҡолаҡһыҙ ҡалған башҡа юлдаштары тарафынан үлтерелә. Беҙҙең Ирмәк ҡустыбыҙға был сифат төрлө ҡыйын хәлдәрҙә юғалып ҡалмаҫҡа, һәр осраҡты юмор менән ҡабул итергә ярҙам итте. Ул бер ваҡытта ла бошоноп йөрөмәне, бошоноу өсөн бихисап сәбәптәр булған осраҡта ла. Әсәйем мәрхүмә һөйләр ине: “Ҡыш көнө ҡотоҡҡа һыуға барып ҡайтып барһам, шәл ябынып алған Ирмәк осраны. "Ниңә шәл ябынып алдың, Ирмәк?" тип һораһам, "сапкың (шапка) булмағас, ябынаң инде" ти”. Баҡтиһәң, әсәһе – Талибә инәй шапка алып өлгөрмәгән, Ирмәктең тышта уйнағыһы килә икән. Әсәйемдең һорауына, бала ғына булһа ла, бер ҙә юғалып ҡалмаған бит әле. Атайҙан да иртә ҡалды шул Ирмәк, атаһы Салауат апаны мин үҙем дә аныҡ ҡына хәтерләмәйем, әммә бөтмөр, йүнсел итеп иҫләйем. Ул сеймал әҙерләүҙәр контораһында эшләй ине, әсәйҙәрҙең тапшырған әйберенә (сепрәк-сапраҡ та тапшыра торғайнылар) хаҡ итеп һинд сәйе кеүек һәйбәт нәмәләр бирә. Тағы унда һағыҙ ҙа була торғайны, ул ваҡытта һағыҙ һатыуҙа бик булманы. Салауат апа мәрхүм ул заман ғына түгел, хәҙерге заман үлсәме менән дә бынамын тигән донъя төҙөп ҡуйғайны, өй эсенең бүленеше бик уйланып, уңайлы итеп эшләнгәйне. Ярҙамсыл булды Ирмәк. Ауылға ҡайтып йәшәй башлағас ҡына, яҡыныраҡ аралаша башланыҡ уның менән, еҙнәһе менән нығыраҡ уртаҡ тел тапты булһа кәрәк. Тәүге улым Рамаҙанды табырға булып киткәс (2007 йыл), таң менән эшен-көшөн ҡалдырып (ул ваҡытта ғаиләһе менән атаһы нигеҙендә йәшәйҙәр ине әле), беҙҙе машинаһы менән Белорет ҡалаһына бала табыу йортона алып сығып китте. Биш йыл дауамында Күсемдән Ташбулатҡа йөрөп эшләгән осоромда нисәмә тапҡыр ауылға ҡайтарып ҡуйҙы икән – бихисап. Машинаһы менән үтеп барһа, Ташбулаттағы магазин эргәһендәге туҡталышҡа килеп туҡтар ине лә: "Апый, һаумы! Нимә, ҡайта алмай тораңмы? Ултыр", – тип йә ауылға ҡабаланһа, "Юбилейный" шифаханаһына тиклем алып барып ҡалдырыр ине, бер ваҡытта ла аҡса алманы. Ирмәк ҡустыбыҙ Гөлфирә һеңлем менән күберәк аралашты, улар ныҡ яҡын дуҫтар булды, класташтар ҙа ине, серҙәш булдылар. Армияла хеҙмәт иткәндә хат та яҙыштылар, һеңлемдең тыуған көнөнә армиянан музыкаль открытка ебәргәйне, шул бүләк әле лә һеңлемдә һаҡлана, иң мөһиме, ул һаман йырлай. Һуңғы тапҡыр Өфөлә осрашҡан мәлдә лә, Ирмәк мәрхүм һеңлемдең муйынынан ҡосаҡлай ҙа "Апый, Гөлфирә – брат бит ул минең" тигән булды ҡабат-ҡабат. "Брат" тигән һүҙҙә бөтәһе лә әйтелгән инде, аңлатырға артыҡ һүҙ кәрәкмәй. Һуңғы осрашыуҙа беҙ Фәнизә апайым менән төн уртаһында ҡайтып киттек, кейәү ҙә аҙағыраҡ ятып йоҡлаған, ике "брат"тың таңға тиклем һүҙҙәре бөтмәй һөйләшеп ултырған. Ирмәкте яҡшы яҡтан ғына иҫкә алайыҡ. Мәңгелек йоҡоһо тыныс булһын! - Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНА-МОРАТШИНА ЙОНДОҘ Ҡустыбыҙ Ирмәк Ҡарағужинға үлгәндән һуң Шайморатов ордены тапшырылды. Янып торған был йондоҙҙоң Ике яғы бар. Батырлыҡты баһалар дан, Хәтер һағы бар. Яугир данын киләсәктә Һөйләр һүҙе бар. Яугир данын күрһәтергә Йондоҙ үҙе бар. Янып торған был йондоҙға Йәшенгән һағыш. Йәшеренгән күҙ йәштәре, Дошманға ҡарғыш. Кескәй генә был йондоҙсоҡ Мансылған ҡанға. Был йондоҙсоҡ хәтер булып Мансылған данға. Берсә усты өтөп алыр Тимер киҫәге. Берсә күңел йылытырлыҡ Моңһоу иҫтәлек. Янып торған был йондоҙҙа Батыр йөҙө бар. Был йондоҙҙа тарихҡа бай Милләт йөҙө бар. Янып торған был йондоҙҙоң Ике яғы бар: Шәһит ҡаны, батыр даны – Ике яғы бар, Ике сағы бар.