Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Иң яҡшы табиптар ҡайҙа эшләй?

“Йылдың иң яҡшы табибы” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. “Иң яҡшы акушер-гинеколог” номинацияһында беренсе урынға Республика клиник перинаталь үҙәгенең физиология бүлексәһе мөдире Асҡар Наил улы Йәнекәев лайыҡ булды. Уның эш стажы – 16 йыл, медицина фәндәре кандидаты һәм юғары категориялы табип. – Мин – медицина династияһы вәкиле, бәләкәйҙән үк табип булырымды белдем. Атайыбыҙ – Башҡортостандың атҡаҙанған табибы һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы ошо һөнәргә һөйөү ҡабыҙҙы. Үҙемде башҡа тармаҡта күҙ алдына ла килтерә алмайым. Республика перинаталь үҙәгендә меңдән ашыу сабыйҙы ҡулға алдым. Донъяға кеше тыуыуын күреү һәр саҡ тулҡынландыра, бәхетле йылмайыуҙан тыш, күҙ йәше лә күренгеләй. Мөғжизә тип ҡабул итәм һәр баланы, – ти Асҡар Йәнекәев. Ә “Башҡортостандың иң яҡшы неонатологы” Өфөнөң перинаталь үҙәгендә эшләй. Ул – Айгөл Ғәзизова, яңы тыуған сабыйҙар һәм етлекмәй донъяға килгән балалар патологияһы бүлексәһе мөдире. “Иң яҡшы ауыл табибы” номинацияһында еңгән Ризида Фәвәрис ҡыҙы Фабер 37 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә, ул – Рәсәйҙең хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орденының миҙалы менән бүләкләнгән. Хеҙмәт юлын Ужур-4 ҡалаһының хәрби госпиталендә шәфҡәт туташы булып башлай, 1997 йылдан Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһының Миәҙәк табип амбулаторияһында хеҙмәт итә. “Эшемде бик яратам, ваҡытымдың күп өлөшөн уға бүләм. Тирә-яғымдағы кешеләрҙең һау-сәләмәт, бәхетле булыуын күргем килә. Һөнәремде камиллаштырырға ынтылам, – ти ул. – Беҙҙең профессия, кешеләргә сәләмәтлек мәсьәләләре буйынса ярҙам итеүҙән тыш, ғаиләләрҙең медик-социаль проблемаларын хәл итеүҙә лә ҡатнашырға тейеш”. Динә АРЫСЛАНОВА