Элегерәк, ҡыҙылса сире менән балалар ғына сирләй, тип иҫәпләйҙәр ине. Әммә һуңғы йылдарҙа инфекция “өлкәнәйҙе”. Ваҡытында прививка яһатмаған кешеләр араһында сир тиҙ ҡабынып, таралып китеүсән. “Өлкәндәр сирҙе ауыр үткәрә. Инфекция сир булараҡ ҡурҡыныс түгел, ә үҙенең энцефалит, менингит кеүек өҙлөгөүҙәре менән хәүефле. Өҫтәүенә нервы системаһына емерткес тәьҫир итә”, – ти Талбазы үҙәк район дауаханаһының табип-эпидемиологы Наил Әсфәндиәров. Юғары температура, тәнгә сабыртма сығыуы, баш ауыртыуы – сирҙең тәүге билдәләре. Республикала быйыл ошо инфекцияны йоҡтороу осраҡтары булғыланы. “Роспотребнадзор”ҙың Күмертау территориаль бүлеге начальнигы Кристина Памурзина әйтеүенсә, кешеләр вирусҡа бик һиҙгер, тиҙ йоҡтора. Бер сирленән 18 кешенең ауырыуҙы йоҡтороуы ихтимал. Ҡыҙылса биҙгәк тотоуҙан, тымау, конъюнктивит, йүтәл кеүек катараль билдәләрҙән башлана. Юғары температура менән үтә, хатта ҡырҡ градусҡа тиклем күтәрелеүе мөмкин. Сирҙе йоҡторғандан һуң дүртенсе-бишенсе көндә тәндә сабыртмал