Ауырғазы районында командировкала булғанда, махсус хәрби операцияла ҡатнашырға үҙ теләге менән киткән яугирҙең ата-әсәһе менән күрешеп һөйләшергә уңайы сыҡты. Йәшеллеккә күмелгән ихатала урынлашҡан ҡәҙимге ауыл йортона аяҡ баҫҡанда ниндәйҙер тулҡынланыу, хатта борсолоу биләп алды. Улдары яу яланында йөрөгән ата-әсә ниндәй кәйефтә, асылып һөйләшә алырҙармы, тигән уйҙар ҙа борсоно. Әлфиә менән Рәмил Ҡаһировтар һәүетемсә донъя хәстәрҙәре менән йәшәй, яугир улдарының һирәк шылтыратыуҙарына, ҡунаҡҡа ҡайтҡан ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып, донъяларҙың тынысланырына, тормоштоң үҙ ярҙарына ҡайтырына тәрән ышанып йәшәүҙе дауам итә. Алсаҡ йөҙлө өлкәндәргә ҡарап, шул тыныс ҡиәфәтте һаҡлау уларға ни ҡәҙәр ауыр булғанына төшөнәһең. – Улыбыҙға армияла хеҙмәт итергә тура килмәне, әммә, хәрби булам барыбер, мине хәрби училищеға ебәрегеҙ, тине лә йөрөнө. Күрәһең, теләге ҡабул булғандыр, – тип башланы әсә улы тураһында һүҙен. Әлфиә апай үҙен тыныс тоторға тырыша, тулҡынланыу-борсолоуын йөҙөнә сығармай.