Найти тему
Башҡортостан гәзите

Балалар "Сәләмәтлек юлы"на бик шат

Асҡын ауылының 2-се балалар баҡсаһы биләмәһендә “Сәләмәтлек юлы” барлыҡҡа килде. Ул "Демография" милли проектын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында булдырылды. “Сәләмәтлек юлы” балаларҙың йәйге осорҙа һаулығын нығытыу һәм иҫкәртеү өсөн ойошторола. Уны балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре балалар менән берлектә асты. Асыу тантанаһынан һуң малайҙар һәм ҡыҙҙар, аҡрынлап секторҙан секторға күсеп, аяҡтары менән төрлө ҡаршылыҡтар буйлап үтте. Ул барыһына ла бик оҡшаны. Тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләре лә уға бик шат. Өйгә ҡайтҡас, балалар уның барлыҡҡа килеүе тураһында ғына түгел, ә файҙалы хаҡында ла һөйләй. "Ҡасандыр мин өлкән шәфҡәт туташы Альбина Сафинаға балалар өсөн һаулыҡ юлын эшләргә тәҡдим иттем. Ул был идеяны күтәреп ҡына ҡалманы, ә ғәмәлгә ашырҙы. Уға бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә ярҙам итте. Күмәкләп яраҡлы материал эҙләнек, башлыса тәбиғиләрен файҙаландыҡ. Был – таштар, ҡом, үлән, ҡырҡылған ағас әйберҙәр һәм башҡалар. Яһалмаһы ла бар: пластмасса, шешәләр, лего. Һәр әйбер организмға төрлөсә йоғонто яһай. Хәҙер беҙ һәр сектор өсөн дүрт юллыҡ шиғырҙар уйлайбыҙ. Был тәрбиәләнеүселәребеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡыҙыҡһындырырға мөмкинлек бирергә тейеш", - тип һөйләй 2-се балалар баҡсаһы мөдире Лариса Мөхәмәтшина. Билдәле булыуынса, "Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Асҡын районы хакимиәте.