Һәр яҡшы эштең башлап йөрөүсеһе, әүҙем ойоштороусыһы, һүҙе, энергияһы менән дәртләндереүсеһе була. Балтас районы Штәнде ауыл советының бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙары менән осрашыу барышында шундай эшлекле, егәрле һәм ихтыярлы кешеләрҙең төбәктә күп булыуына инандыҡ. Штәнде мәктәбенең спорт залында маскировкалау селтәрен үреү буйынса эш ойошторолған. Күрһәтмә буйынса түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса. Эшҡыуарҙар Рита Әхмәтова, Флиҙә Исламғәлиева, китапхана мөдире Әлфиә Ғәләүетдинова беҙҙе селтәр үреү серҙәре менән таныштырҙы. “Бер юлы дүрт кеше эшләй, аҙаҡ беҙҙе алмаштырырға киләләр. Күп кешенең бер юлы килеүе буталсыҡ ҡына тыуҙыра, беҙ шулай сменалап эшләргә булдыҡ. Эшкә өйрәнеүе ҡыйын түгел, дүрт кеше ике көндә бер селтәр үрә ала. Тик үреү өсөн бөтә сепрәк тә ярамай, өҫтәүенә миҙгелгә ҡарап, төҫөн дә үҙгәртергә кәрәк”, – ти ауылдаштар. Айырыуса пенсионер Гөлүсә Әмирйәнованың әүҙемлеген, уның эште ойоштороуға ҙур өлөш индереүен билдәләне яҡташтар. Ауылдаштары, баш ҡалаға барып, селтәр үреү неск