“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Күмертау ҡала дауаханаһына фельдшер-аукшерлыҡ пункттары өсөн электрокардиографияны теркәү һәм дистанциянан тапшырыу өсөн 16 модулле система алынды. Был модулле системаларҙың өҫтөнлөгө электрокардиографияны дистанциянан тапшырыу, табиптың тиҙ һығымта яһай алыу, тикшереү протоколын пациенттың электрон картаһында һаҡлау мөмкинлеге менән аңлатыла.Яңынан тикшереү үткәндә үҙгәрештәр динамикаһын баһаларға була.Шулай уҡ яңы ҡорамал икеләнгән осраҡтарҙа пациенттарға дистанциянан тороп консультация бирергә мөмкинлек тыуҙыра. –Яңы модулле системалар төпкөл ауылдарҙа эшләгән фельдшерҙарҙың эшен күпкә еңеләйтәсәк, диагностика процесын тиҙләтәсәк, – ти Күмертау ҡала дауаханаһының баш табибы Олег Астахов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кеше