Шаран районының Һарыһаҙ һәм Тат-Көсөк ауылдары халҡы Самауыр байрамы ойоштороп, үҙҙәренең берҙәмлеген, хеҙмәт һөйөүсәнлеген тағы бер тапҡыр күрһәтте. Ауылдаштар халыҡ традицияларын хөрмәт менән һаҡлай белә, иң тәмле, хуш еҫле икмәк тә, аш-һыуҙан һығылған бай өҫтәл дә шарандарҙың ҡунаҡсыллығы, йомартлығы, ихласлығы хаҡында асыҡ һөйләй. Ә самауырҙарҙың нинләй генәһе юҡ! Һәр өҫтәлдә хужа булып ултырған самауыр эргәһендә шифалы үләндәр, һөт һәм ит аҙыҡтары, тәмле-татлы ризыҡтар... Конкурс комиссияһы “Илһөйәрлек”, “Артислыҡ”, “Иң дуҫ”, “Иң үҙенсәлекле” номинацияларында командалар араһында еңеүселәрҙе билдәләне. Асыҡ һауала мауыҡтырғыс уйындар үтте, концерт номерҙары башҡарылды.”Бындай ойошҡанлыҡ, йылылыҡ менән үткән саралар беҙгә артабан йәшәү һәм тырышып эшләү өсөн көс-дәрт бирһен, хөрмәтле ауылдаштар!”, – ти Ҡараҡашлы ауылы старостаһы Ф.Ғарифуллина. Фото:VK.com