Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусын төҙөү буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Андрей Назаров ведомство етәкселәре, ректорҙар һәм ҡыҙыҡһынған ойошма вәкилдәре менән бергә кәңәшмәне проектты тормошҡа ашырыуҙың дөйөм юл картаһына бәйле мәсьәләләрҙе тикшереүҙән башланы. Хөкүмәт Рәйесе төбәк Мәғариф һәм фән министрлығына уны республика Башлығы Радий Хәбировҡа раҫлау өсөн кәрәкле документтарҙы яраштырыу процесын мөмкин тиклем тиҙләтергә ҡушты. – Проектлау һәм дәүләт экспертизаһын үтеү йомғаҡтары буйынса уның һуңғы хаҡын иҫәпкә алып, проекттың финанс моделен аныҡларға кәрәк. Шулай уҡ квадрат метр өсөн берҙәм дөрөҫ ҡуртым ставкаһы өлөшөндә тәҡдимдәр индерергә кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер-министр. Һуңынан Андрей Назаров етәкселегендәге күсмә кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ҡаттар буйлап үтте һәм уларҙың береһендә туҡталды, унда төҙөлөш штабы урынлашҡан. Бында беренсе сира