Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ике меңдән ашыу спортсы килә

Быйыл 23 июлдән 2 авгусҡа тиклем Өфөлә беренсе тапҡыр “Беҙ бергә. Спорт” йәйге сурдлимпия уйындары була. Ошо сара айҡанлы Рәсәйҙең Спорт министрлығында эшлекле кәңәшмә үткәрелде. Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Одес Байсолтанов рәйеслегендәге кәңәшмәлә Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов, Дөйөм Рәсәй һаңғырауҙар спорты федерацияһы президенты Дмитрий Ребров һәм “РК-Спорт” генераль директоры Сергей Москвитин ҡатнашты. Һүҙ сараға әҙерлек, айырым иғтибар талап иткән мәсьәләләрҙе ҡараны. Рәсәй йыйылма командаһы иһә планлы рәүештә ярыштарға әҙерләнә. Илебеҙ исеменән 495 спортсы сығыш яһаясаҡ. Ә ярыштарҙа барлығы 30 илдән 2 меңдән ашыу спортсы ҡатнашасаҡ. Уйындарҙы тантаналы асыу 24 июлдә “Өфө-Арена”ла үткәрелә. Белешмә өсөн. “Беҙ бергә. Спорт” Йәйге сурдлимпия уйындары 23 июлдән 2 авгусҡа тиклем Өфөлә үтә. Ярыштар программаһында 21 дисциплина бар: бадминтон, баскетбол, боулинг, велосипед спорты – маунтинбайк, волейбол, пляж волейболы, ирекле көрәш, гандбол, грек-рим көрәше, дзюдо, каратэ, еңел атлетика, өҫтәл теннисы, йөҙөү, пулялар атыу, самбо, спорт ориентирлауы, теннис, тхэквондо, футбол. Сара Өфөләге 13 спорт объектында була. Уйындарҙа ҡатнашыуға 500-ҙән ашыу судья, 50 ым-ишара тәржемәсеһе, 200 ирекмән йәлеп ителә.