19 илдән 24600-ҙән күберәк мәктәп уҡыусыһы һәм студент Финанс хәүефһеҙлеге буйынса халыҡ-ара олимпиадала ҡатнашыуға теркәлгән. Финанс хәүефһеҙлеге буйынса халыҡ -ара олимпиаданың башҡарыу комитеты кәңәшмәһендә һынауҙарҙың бер арауыҡ этабына йомғаҡ яһалды, шулай уҡ финал ярыштарын үткәреү мәсьәләһе тикшерелде. Яҙ алдан һынау этабында 19 илдән 24600 вәкил ҡатнашты: Рәсәйҙән 8643 студент Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренән 2878 студент Сит илдәрҙән 638 студент Рәсәй мәктәптәренән 12441 уҡыусы. Дуҫ илдәрҙән олимпиадаға ҡыҙыҡһыныу көслө булғанлыҡтан, Башҡарма комитет сит ил уҡыусыларына квота бүлеүҙе хәл итте. Финалда ҡатнашыусыларҙың исемлеге августа һайлап алыу этабында асыҡланасаҡ. Башҡарма комитет ҡарары менән көҙ “Сириус” майҙансығында үтәсәк олимпиаданың финал этабына әҙерлек башланды. Программала – тест, спорт саралары, семинарҙар, практик, оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр эксперттар, эш биреүселәр менән осрашыу һ.б. Ярышта еңеүселәр юғары уҡыу йорттарына, магистратура й