Кемдер көн һайын тормошона, һаулығына, көнкүреш шарттарына һәм башҡа сәбәптәргә зарланыусан, ә кемдер, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән булһа ла, аныҡ маҡсаттар ҡуйып, алға ынтыла, тулы ҡанлы тормош алып барырға тырыша. Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылынан Марат Хәсәнов биш йәшендә йәрәхәтләнә һәм оҙаҡ йылдар дауалана. XI класты тамамлағандан һуң, егет Өфөләге “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Тап унда Марат пауэрлифтинг менән шөғөлләнә башлай. Беренсе күнекмәнән һуң уҡ ошо спорт төрө оҡшай. “Пауэрлифтинг тураһында урамда осраған кешеләр һөйләгәйне. Шулай итеп, 2012 йылда көтмәгәндә әйтелгән тәҡдим буйынса күнекмәгә барырға ҡарар иттем”, – ти ул хәҙер, шул осорҙағы хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә алып. Бөгөн Марат Хәсәнов –ошо спорт төрө буйынса Рәсәйҙең Паралимпия уйындары буйынса йыйылма командаһы лидерҙарының береһе. Ул – спорт мастеры. Яҡын арала егеткә 49 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә халыҡ-ара класлы спорт мастеры исемен бирәсәктәр. Тағы шуны әйтергә кәрәк, Марат Айрат улы Башҡортостанд