Найти тему
Башҡортостан гәзите

Конкурс майҙанында – Саҡмағош таҡмаҡсыһы

Ысынлап та, Гөлфинә Ишморатова башҡарған таҡмаҡтар моңһоҙҙоң да күңелен иретер. -Таҡмаҡҡа оҫталығым әсәйемдән килә. Сөнки ул бик йор һүҙле, шаян ине. Ғаиләбеҙҙә биш ҡыҙ, ике малай үҫтек, ҡыҙҙар араһында иң кесеһе булдым. Иң бәләкәйе булғанға ла бигерәк наҙлы бала булдым. Атай-әсәйемдең иркәләүенә төрөнөп үҫтеп. Исемем сәскәле, хискә бирелеүсән, шат күңелле, нурлы йөҙлө тигәнде аңлата. Был сифаттар үҙемә тура килеп тора. Таҡмаҡ йырлауы күңелемә яҡын, сөнки ул йөрәккә дәрт өҫтәй, йәшәүгә көс бирә. Таҡмаҡ йырлаһаң, тормош мәшәҡәттәре лә онотола, - ти Гөлфинә Мәхмүт ҡыҙы. Әле хаҡлы ялда булһа ла, Рапат ауылының мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй, “Моң” ҡатын-ҡыҙҙар вокаль коллективын, “Хаят” драма түңәрәген етәкләй, буш ваҡытта шиғырҙар ижад итә. - Мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәс, гел халыҡ араһындамын. Улар араһында иҫ киткес талантлы кешеләр күп. Күп нәмәне уларҙан өйрәнәбеҙ. Халыҡ шатлыҡты ла, ҡайғыны ла, һағышты ла йырҙарында сағылдырған. Ошо йырҙарҙы киләсәк быуынға ҡалдырыу мөһим, - тине әңгәмәсем. Ғаиләһе, балалары, ейән-ейәнсәрҙәренең бәхетенә төрөнөп, яҡташтарын йырҙары менән дәртләндереп артабан да янып-ялҡынланып ижад итергә булһын Рапат ауылы һандуғасына. Фото: шәхси архивтан.