Найти тему
Башҡортостан гәзите

Хөсәйендең исеме лә бар

Бөрө ҡалаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә арнап мемориаль таҡтаташ асылды. Мемориалгә яҡташ һалдаттарыбыҙҙың исеме яҙылған. Шулар араһында контракт нигеҙендә армияла хеҙмәт итеүсе Хөсәйен Арамзод та бар. Бөрө районы хакимиәте башлығы Антон Талаловтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Афғанстан ветерандар союзы һәйкәл экспозицияһын мемориаль таҡтаташ менән байытыу инициативаһы менән сыҡҡан. Уларҙың үтенесе ҡәнәғәтләндерелгән. Ғөмүмән, махсус хәрби операция биләмәһендәгеләргә гуманитар ылау даими оҙатыла, бынан тыш уларҙың ғаиләләренә лә ярҙам күрһәтелә. Шул иғтибарға лайыҡ, һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашҡан яугирҙәргә арналған һәйкәл Бөрө ҡалаһының 1-се мәктәбе алдында урынлашҡан. Әлбиттә, үҫеп килеүсе йәш быуын тыуған илебеҙ өсөн яу яланында башын һалғандарға хөрмәт менән ҡарарға тейеш, ҡыҫҡаһы, тарихты белеп үҫһен. Фото: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.