Бөгөн баш ҡаланың Конгресс-холында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар ойошмалары етәкселәренең XI Бөтә Рәсәй съезы башланды. Педагог һәм остаз йылында ойошторолған сара Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолдо. Ике көн дауамында барасаҡ семинарҙа Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгенән 250-нән артыҡ етәкселәр һәм белгестәр ҡатнаша. Унда был ойошмаларҙағы эшмәкәрлектең көнүҙәк мәсьәләләре күтәрелде. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерация советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова осрашыуҙың ни өсөн Башҡортостанда уҙғарылыуын да билдәләне: - Балалар – беҙҙең ҙур байлығыбыҙ. Шуныһы ҡыуаныслы, статистикаға килгәндә, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар һаны кәмей. Етемлекте булдырмауға республикабыҙҙа ҙур иғтибар бирелә. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә лә үҙебеҙҙең тәжрибә менән бүлешергә тейешбеҙ, бөгөнгө сараның төп маҡсаты ошо, - тине ул. Рәсәйҙең Мәғариф министрлығының балалар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәте департаменты директоры Лариса Фальковская ла съезда ҡатнашты. Һуңғы йылдарҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар һанының, улар өсөн булдырылған ойошмалар һанының аҙайыуына ул да үҙ баһаһын бирҙе. - Етем балалар менән эштең сифаты яҡшыра. Ике көн буйы барасаҡ съезда коллегалар менән һөнәри тәжрибә уртаҡлашыу артабан да алға барырға йоғонто яһаясаҡ, - тине ул үҙ сығышында. Балаларҙы тормошҡа яраҡлаштырыу, финанс грамоталыҡҡа өйрәтеү кеүек һорауҙарға ла ҙур иғтибар бирелде сарала. Пленар ултырыш хеҙмәттә ҡаҙаныштарға өлгәшкән бер төркөм ошо һөнәр эйәләрен наградлау менән тамамланды. Автор фотолары.
Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар ойошмалары етәкселәренең XI Бөтә Рәсәй съезы башланды
6 июля 20236 июл 2023
1 мин