Көньяҡ Урал төбәк-ара Росприроднадзор департаменты вәкилдәре федераль дәүләт ерҙәре һәм тирә-яҡ мөхитте федераль контролдә тотоу сиктәрендә баҡыр мәғдәне сығарыу һәм байытыу менән шөғөлләнгән предприятиеға иҫкәртеү саралары менән бара. Осрашыу барышында ведомство чиновниктары эшҡыуарға экологик ҡануниәттең төп талаптарын, шул иҫәптән тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙы дәүләт контроле объекттарының хәүеф категорияһын кәметеү нигеҙҙәрен, контроль һәм күҙәтеү сараларының төрҙәрен, йөкмәткеһен һәм көсөргәнешлеген, контролдә тотолған кешеләрҙең эшмәкәрлегенә мотлаҡ талаптарҙы аңлатты. Сарала Росприроднадзорҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы начальнигы урынбаҫары һәм Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле Ирина Абрамова ҡатнашты. — Беҙҙең хеҙмәт эшмәкәрлеге тикшереүҙәр һәм штрафтар менән генә сикләнмәй. Башлыса экологик ҡануниәтте боҙоуға юл ҡуймау буйынса әүҙем эш алып барабыҙ. Атап әйткәндә, предприятиеларға иҫкәртеү маҡсатында ғына киләбеҙ — белгестәр һәм компаниялар вәкилдәре араһында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Был саралар тәбиғәтте файҙаланыусыларға экологик ҡануниәт талаптарына ярашлы үҙ эштәрен төҙөүгә ҡағылышлы аңлатмалар, тәҡдимдәр алыу, киң таралған хоҡуҡ боҙоуҙарҙы булдырмау, кәрәкле кәңәштәр алыу мөмкинлеген бирә, — тине Росприроднадзорҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара департаменты етәксеһе урынбаҫары Андрей Кулагин. Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле Ирина Абрамова билдәләүенсә, был сара эшҡыуарҙарға хужалыҡ эшмәкәрлегенең билдәле бер төрө талаптары тураһында тулы мәғлүмәт алыу өсөн шәп мөмкинлек булып тора. Иҫкәртеү сараһы менән килгән ваҡытта контроль-күҙәтеү органы вәкиле мотлаҡ талаптарҙы ниндәй ҡағиҙәләр көйләүен аңлата, шулай уҡ контроль органы вәкиленән иҡтисади эшмәкәрлек өлкәһе буйынса кәңәштәр алыу мөмкинлеге баһалап бөткөһөҙ ҙур, — тип аңлатма бирҙе Ирина Абрамова. Иҫкәртеү сараһы үткәрелгән предприятие етәксеһе әйтеүенсә, сара уңайлы формала ойошторолған, хеҙмәткәрҙәр кәрәкле мәғлүмәт алған. Фото Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиллек сайтынан алынды.
Эшҡыуарҙарға экологик хәүефһеҙлек талаптарын аңлаттылар
6 июля 20236 июл 2023
1 мин