Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бер төркөм хәрбиҙәр ялдан һуң юлға сыҡты

Бөгөн Башҡортостандан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускынан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә мобилизацияланған хәрбиҙәрҙең бер төркөмө юлға сыҡты. Оҙатыу тантанаһы ғәҙәттәгесә баш ҡаланың “Өфө-Арена” спорт комплексы янындағы майҙанда үтте. Башҡортостан Башлығы исеменән һалдаттарға һәм офицерҙарға Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров мөрәжәғәт итте. – Бөгөн бөтә республика, бөтә ил һеҙҙең менән ғорурлана. Һеҙ Ватаныбыҙҙы батырҙарса яҡлайһығыҙ. Белегеҙ, туғандар, һеҙ алғы һыҙыҡта булған саҡта ғаиләләрегеҙ ышаныслы ҡулдарҙа, республика һеҙҙең һәр туғанығыҙ һәм яҡындарығыҙ хаҡында хәстәрлек күрәсәк. Беҙ даими рәүештә махсус хәрби операция биләмәһенә адреслы ярҙам ебәрәбеҙ, кәрәкле бөтә әйберҙәр менән тәьмин итәбеҙ, бөтә социаль-көнкүреш мәсьәләләрен тиҙ арала хәл итәбеҙ. Туғандар, һеҙ барыбыҙ өсөн дә ысын батырлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө булып тораһығыҙ. Беҙ ышанабыз, һеҙ үҙ бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәйһегеҙ һәм еңеү менән, иҫән-һау ҡайтаһығыҙ. Ә беҙ һеҙҙе ысын геройҙар кеүек ҡаршылайбыҙ! Алға, Башҡортостан, алға, Рәсәй, — тине Фәрит Ғүмәров. Фото: Башинформ.