Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өмөттән тоҡанған усаҡ

Әҙәбиәтселәр менән әңгәмә ҡорорға яратам. Улар үҙҙәренең шәхси тормошонан тыш, тирә-яҡтағыларҙың йәшәйешенә, халҡыбыҙҙың яҙмышына, бөгөнгө заманға битараф түгел. Башҡортостан, Рәсәй Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, әлеге ваҡытта өс тиҫтә йылға яҡын Стәрлетамаҡтың “Ашҡаҙар” ҡала гәзитендә журналист йөгөн тартҡан шағирә, Хәким Ғиләжев премияһы лауреаты Римма Ғәлимова менән уның бала сағы, ғаиләһе, ижады, эшмәкәрлеге тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. Әйткәндәй, ул 2021 йылдан алып Башҡортостан Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошма­һына ла етәкселек итә. Римма Ғаяз ҡыҙы ниндәй хыял-теләктәр менән йәшәй – әңгәмәбеҙ ошо хаҡта. – Данлыҡлы Йәнырыҫ ауылы күп шәхестәрҙе биргән, үҙегеҙҙең бала саҡ, йәшлек хәтирәләрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине. – Ысынлап та, ауылыбыҙ легендар спортсы Нурулла Хисмәтул­лин, күренекле шағирә Фәүзиә Рәхим­ғо­лова, мин белем алған Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына оҙаҡ йылдар етәкселек иткән Марс Хәмиҙуллин һымаҡ абруйлы шәхес­тәр менән дан тота. Бала сағым, бар тиҫтерҙәрем һымаҡ уҡ, Ҡыяуыҡ йылғаһы буйында ҡаҙ бәпкәләре көтөп, Егән йылғаһында ҡойоноп үтһә лә, әнейемдең тыуған ауылы Ғүмәр ҙә (икенсе төрлө уны Бүжә тип тә йөрөтәләр) минең өсөн бик тә ҡәҙерле, сөнки йәйге каникулда өләсәйем менән олатайым­дарҙа шулай уҡ Бүжә, Мөҡсим тауҙарына һоҡланып, Егән буйында күрше ҡыҙҙары менән балыҡ тотоп, һыу инеп, кер йыуып, иң ҡәҙерле һәм бик иркә ейәнсәр булып үҫтем. Әле хәтерләһәм, шул ауылдағы халыҡтың ябайлығы, иғтибарлылығы мине таң ҡалдыра. Йәнырыҫта йәшәгәндә, ҡупшы кейенеп, май байрамдарында клуб эргәһенә әтей-әней, һеңлем, ҡустым менән шарҙар тотоп барыуыбыҙ, Яңы йылдарҙа әтейҙең шыршы эргәһендә Ҡыш Бабай булып кейенеп беҙҙе йырлатып, шиғыр һөйләтеп күстәнәс биреүҙәре, әнейемдең моңло итеп йырлауҙары мәңгелек хәтирә булып ҡалды. Үҙебеҙҙән өлкәнерәк күршеләрем – Нәжибә менән Рауза апайҙарҙың беҙҙе, урамыбыҙҙағы бер төркөм бала-сағаны, урманға Ҡарға бут­ҡаһына йөрөтөүҙәре иҫтә ҡалған. Ә Ғүмәрҙә йәшәгәндә умарта тотоп, хәлле генә йәшәгән, тирмәнсе булып эшләгән олатайымдарға һәр ваҡыт ситтән килгән ҡунаҡтарҙы – артистар булһынмы, яҙыусылармы –фатирға индереүҙәре минең кескәй күңел донъям өсөн эҙһеҙ үтмәгәндер, тип уйлайым. Иң хәтерҙә ҡалғаны геолог Галя апай булды, ул урындағы ер ҡаҙылмаларын тикшерергә килгәйне, һәр ваҡыт “был ерҙәрҙә киләсәктә шифахана буласаҡ” тиер ине. Әлеге ваҡытта был ауылға сәфәр ҡылыусыларҙың бермә-бер артыуын ишетеп, хыялдарҙың йылдар үтеү менән бойомға ашыуына хайран ҡалам. – Ижадығыҙ ҡайҙан башланғыс ала? – Бер ваҡыт өсөнсө класта уҡығанда тәүге уҡытыусым Рәшиҙә апай Камалова Яңы йыл алдынан бер нисә балаға шиғыр өләшеп сыҡты, миңә етмәй ҡалды. Үсегеп ҡайтып, әтейгә һөйләгәнмендер инде, күрәһең. Ул миңә: “Аптырама, ҡыҙым, үҙең яҙ!” – тине һәм рифма, ритм серҙәрен аңлатты. Шулай итеп, мин “Яңы йыл” тигән шиғыр яҙып, иртәгәһен Ҡыш бабайға һөйләп күрһәтеп, ул миңә: “Үҫкәс, шағирә булырһың, бына һиңә ҡәләм”, – тип ҡулыма тотторҙо. Әлбиттә, шул көндә үк шиғыр яҙа башланым, тип әйтеп булмай. Иң яратҡан дәрестәрем – татар теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте, инглиз дәрестәре булды. Ул саҡта Йәнырыҫта туған телде Татарстан программаһы буйынса уҡыталар ине, тиҫтерҙәремдең күбеһе үҙҙәрен татар, мишәр, типтәр тип йөрөттө. Ә мин инде Ғүмәр башҡорто инем. Үҙенең милли асылын таба алмай йөрөгәндәр хәҙер, ана, шәжәрәһен төҙөп, башҡортлоғон таный. Аллаға шөкөр, ниндәй телдә уҡыһам да, ғүмер буйы башҡорт әҙәбиәтенә, башҡорт матбуғатына хеҙмәт иттем. Милли асылды бер нисек тә йәшереп булмай. Бигерәк тә ижад кешеһе барыбер шиғ­риәтендә асыла. Күптәргә үҫмер саҡта хас булғанса, иншаларҙы шиғыр юлдары менән тамамлау ғәҙәткә инеп китте. Шулай ҙа һәләтемде таныған туған тел уҡытыусыларымдың береһе – Фәрзәнә апаймы, Сажиҙә апаймы (хәтерҙән сыҡҡан инде), шиғырҙа­рыңды “Восход” гәзитенә ебәреп ҡара, тип кәңәш итте. Шулай районда дубляж булып сыҡҡан “Восход” гәзитенең башҡорт телендәге баҫмаһында мәктәпте тамамлар алдынан байтаҡ шиғырым баҫылып өлгөрҙө. Аҙаҡ “Пионер”, “Ялҡын” журналдарында ла танылдым. Шул арҡала Татарстан, Сыуашстандан хат алышыусы дуҫтарым күбәйҙе. Стәрлетамаҡҡа уҡырға килгәс, Стәрлетамаҡ районының “Коммунизм байрағы” гәзите редакцияһын (хәҙер ул “Ауыл тормошо” тип атала) эҙләп таптым. Унда инде шиғыр­ҙарым татар телендә баҫылды. Һуңыраҡ Стәрлетамаҡта Яҙыусылар ойошмаһы асылғас, шунда барып, Ғүмәр ауылынан сыҡҡан шағир Рауил ағай Ниғмәтуллин (ойошма етәксеһе) менән танышып, Стәрлетамаҡта үткән шиғриәт кисәләрендә “йәш шағирә” булып танылдым. Ә инде ойошмаға әҙәби консультант булып шағир, публицист Вил Ғүмәров килгәс, беҙҙең райондың Маҡар ауылынан сыҡҡан шағирә Эльмира Сәсәнбаева менән бергәләп йәш­тәрҙе күтәреүгә ҙур көс һалды. Шулай бер-бер артлы “Ленинсы” гәзитендә минең, Рәшиҙә Шәмсет­динованың, Ғәлиә Кәлимуллинаның, Сулпан Миңлебаеваның шиғри шәлкемдәре донъя күрҙе. Шулай уҡ Салауат Әбүзәров, Әҡсән Хәлилов, Иҙел Хәлимов һәм Ғилман Ишкининдар йәш шағирҙар булып танылыу яуланы. – Ижад һәм гәзит – был ике эш бер-береһенә ҡамасауламаймы? – Бер ваҡыт яҡташым, әллә күпме премиялар лауреаты Тамара Искән­дәриә радионан биргән интервью­һында: “Журналистика ижадты йота” тигәнерәк фекер әйткәйне. Был фекер менән килешергә булалыр, сөнки журналист эше – тынғыһыҙ хеҙмәт, көндәлек икмәк хаҡына йөрөйбөҙ бит инде. Ә ижадҡа килгәндә, бында һин – ирекле ҡош һымаҡ, “Ни өсөн былай тип яҙаһың?” тип ауыҙға һуғыусы юҡ. Ғәҙел, намыҫлы булып ҡалырға тырышам, сөнки әней менән әтей тәрбиәһе иң алдан бара. Тик шуныһын да әйтеп үтәйем инде. Әтей Ғүмәр ауылында уҡытыусы булып эшләгәндә үҙе лә шиғырҙар ижад иткән. Шул ауылдан сыҡҡан шағирҙар Рауил Ниғмәтуллин, Вафа Әхмәҙиев­тәр менән бергә концерттарҙа ҡатнашҡан. Ә әнейгә килгәндә, ул да ижадсы булған: бер ваҡыт “Ленинсы” гәзитенән уның адресына яҙылған тәрән йөкмәткеле открытка табып алдым. Унда әнейгә гәзиткә ебәргән табышмаҡтары (йомаҡтары) өсөн рәхмәт белдергәйнеләр. Үкенескә ҡаршы, әней менән әтей бынан өс йыл элек бер-бер артлы, дүрт кенә ай айырма менән яҡты донъянан китеп барҙы, уларҙы тейешенсә ҡәҙерләп өлгөрмәнем, тигән үкенесем ҡалды. Улар тормошомда төп таянысым ине, рухтары шат булһын. Тормош ниндәй генә һынауҙар килтереп ҡуйһа ла, үҙемде бәхетле ҡатындар иҫәбенә индерәм, сөнки ғүмеремдең дауамдары – улым һәм ҡыҙым бар. Әсә кеше өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр ул. – Һеҙҙе Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының етәксеһе булараҡ та беләбеҙ – ошо эшмәкәрлек тураһында ла һөйләһәгеҙ ине. – Бер ваҡыт ҡулыма осраҡлы ғына Стәрлетамаҡ ҡалаһы тура­һында яҙылған фотоальбом килеп эләкте. Авторы “Стерлитамакский рабочий” гәзитенең элекке мөхәррире Гүзәл Ситдиҡова ине. Был шағирә Гүзәл Ситдыҡова түгел, аҙаштар. Альбом менән танышып сыҡҡас, ултырып иларҙай булдым, сөнки унда Стәрлетамаҡтағы бөтә ойошмалар хаҡында яҙылған. Ә 30 йыллыҡ тарихы булған Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы тураһында, исмаһам, бер һөйләм булһасы?! Был хаҡта Яҙыусылар форумы ваҡытында замандаштарҙан күпкә алда барған бер абруйлы ғына яҙыусыға рәнйеп һөйләнем. Бер аҙҙан Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев союз идараһы бойороғо менән мине Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһына етәксе итеп тәғәйен­ләне. Эшемде яҡташыбыҙ, танылған шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинованың 60 йәшлек юбилейын республика кимәлендә гөрләтеп үткәреүҙән башланым. Үткән йылда ул әүҙем ижады өсөн ҡалабыҙҙың Ғәли Ибраһи­мов исемендәге премияһына лайыҡ булды. Ә инде йыл башында республика баҫмаларында хикәйәләре менән танылған Ғафури ҡыҙы Гөлназ Ғәбитованың ҡулъяҙмаһын, Күмер­тау­ҙан йәш быуын шағирәләренән Гөлназ Искәндәрованың шиғырҙарын һәм яҡташыбыҙ, “Стерлитамакский рабочий” гәзите журналисы, үҙнәшер менән тиҫтәнән ашыу китап сығарған Фаяз Йомағужиндың балалар өсөн яҙған китабын тикшереп, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенә тәҡдим иттек. Секция ултырыштарында төп ярҙамсыларым ҡалабыҙға Белореттан күсеп килгән танылған шағирә Зөһрә Үтәғолова, БДУ-ның Стәрле­тамаҡ филиалы профессоры Вилә Баймырҙина, Башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре кандидаты Рәйсә Илешева, яҡташым – филология фәндәре кандидаты, шағирә Рита Фәтҡуллина, шулай уҡ юғарыла телгә алған шағирә, Иҫәкәй ауылы ҡыҙы (һуңғы ваҡытта ул прозала ла уңышлы эшләй) Рәшиҙә Шәмсет­динова, шағирҙар Әҡсән Хәлилов, Рәсим Рәхмәтуллин, Вәрис Аҡбашев­тар булды. Хатта беҙҙә көслө тәнҡитселәр мәктәбе эшләй, тип тә әйтергә булалыр. – Хәҙерге әҙәбиәткә ҡарашығыҙ? – 16 декабрҙә үткән съезда булған ваҡиғалар һәммәбеҙҙе уйланырға мәжбүр итте. Мөнир Ҡунафин, Салауат Әбүзәр, Лариса Абдуллина, Гөлнара Хәлфетдинова, Айгиз Баймөхәмәтов, Алмас Шаммас, Айгөл Айытҡолова, Луиза Кирәева, Рита Фәтҡуллина кеүек урта, Гөлназ Искәндәрова һымаҡ талантлы йәштәребеҙ булғанға шөкөр итергә кәрәктер. Шул уҡ ваҡытта прозаиктар Әмир Әминев, Камил Йыһаншин, Ринат Камал, Флүр Ғәлимовтар Башҡортостандың халыҡ яҙыусы­лары булып киткән, ә шағирә Гүзәл Ситдыҡоваға “Башҡортостандың халыҡ шағирәһе” тигән исем бирелгән икән, замандаштарыбыҙҙың уңыш­тарына шатланырға ғына кәрәк. Һуңғы яҙған шиғырҙарымдың береһендә әйткәнемсә, “Йәшәүем – өмөткә ҡоролған, шатлыҡтарым алда әле минең!” Айһылыу ВАХИТОВА ЯРАТАМ Минең донъям һин аңларлыҡ түгел, Ғашиҡ иттерһәң дә үҙеңә. Ғәйеп булмаһа ла, ғәйеплеләй Тура ҡарай алмам күҙеңә. Һин – йәнемдең яртыһылыр, тиеп, Томалаһым килә зиһенде. Һынау арты һынауҙарҙы ҡуйып, Ыҙалаһын әле, тиһеңме? Мәңге һөймәм тиеп төңөлһәм дә, Ышандыра алдың күңелде. Минең күҙ йәштәрем аяҙ көндә Ләйсән ямғыр булып түгелде. Гонаһлы ла ерҙән үтеп барам Һинең булғаныңа шатланып, Шатлыҡта ла илағылар килә Һинең ышығыңа ҡапланып… Күрһен әйҙә, ҡарап торһон донъя, Һуңлап килгән минең бәхеткә – Булған бит ул, мине ҡәҙерләп тә Күтәрәһе кешем тәхеткә. Мәңгелеккә тәүбә иткәндә лә, Башты юғалтырлыҡ һөймәм, тип. Һөйөү уттарында мин тилереп, Бер ҡасан да инде көймәм, тип. Һуңғы тойғоларым ғашиҡ итте – Тәүбәләрҙе боҙоп ҡабаттан. Башты ташҡа бәреп анттар итәм: Мин яратам һине, яратам… ЙЫЛ – МИНЕКЕ! Ҡуян йылы – минең йыл ул, Төклө аяғың менән! Ижад тигән бейеклектә Мәғрүр ҡаяға менәм. Сайҡалмай ғына елдәргә Алға табан елдерәм. Илатырлыҡ яҙғаным бар, Ҡайһы ваҡыт – көлдөрәм. Иң мөһиме: уҡыусым бар – Һеҙҙең өсөн яҙамын. "Улар" йырын йырламаһам, Кемдәргәлер – “ҡаза” мин. Урталыҡта йөрөмәйем, Елгә башымды бороп; Маҡсатлы йәшәйем Ерҙә, Үҙемсә тормош ҡороп… Тормошомдо ағыулаған Бәндәләр табылһа ла, Алдарымдағы ишектәр Шап итеп ябылһа ла… Намыҫымды һатмайынса Абынмай алға барам. Үҙемдән һуң килгәндәргә Өлгөлө юлдар ярам. Бәхетте лә үҙем өйәм Яңы йыл ҡарҙарынан. Күрҙегеҙме? Ағып сыға Шатлығым ярҙарынан… Ҡуян йылы – минең йыл ул, Ҡарһылыу һымаҡ үҙем, Сабырлығым еңеп сыҡты – Тантана итә түҙем! КӨҘ Ямғырҙары менән илаһа ла, Көҙ етмәне әле, көҙ етмәне. Һуңғы һулыш менән һөйгән йәрем Үҙ итмәне мине, үҙ итмәне. Һары төҫлө япраҡтары менән Булмышымды хатта һағыш күмә. Төн уртаһы төштәремә инеп, Йәндәремде кем шәүләһе үбә? Таныным мин тәүге мөхәббәтте Аҡ мендәргә баҫҡан ҡапҡа алдын... Сафлығымды алған мөхәббәтем, Кем ғәйебе менән ятҡа ҡалдың? Көҙ етмәне, тиеп алдаһам да, Үҙ хәлемде үҙем генә беләм. Тәүге һөйөү ҡәҙерҙәрен хәҙер Күктең ете ҡаттарына эләм. Их, ғүмерҙәр! Һинһеҙ үтте инде, Яҙмыштарҙы ялғар юлдар өҙөк. Беҙҙең мәңге бергә икәнлекте Хәтерләтә һинән ҡалған йөҙөк. Гөлләмәле һуңғы мөхәббәттәр... Тәүге мөхәббәткә етәме һуң? Теге донъяларҙан был донъяға Ҡайтыр юлдар бикле, үтә лә һуң!!! ЯРАТ Иренемдә ҡалды ирен тәмең, Ҡулдарымда ҡалды ҡулың көсө. Тамуҡҡа ла төшә инем, әгәр Кәрәк тиһәң, йәнем, һинең өсөн. Йәйге эҫелә лә йылы тапмай Йонсоғанмын, ахыры, һинән башҡа. Мин бит һине үҙем эҙләп килдем, Һыйынаһым килеп ҡая-ташҡа. Саҡматаштың һалҡынына өшөп, Ташты ташҡа ышҡып ҡуҙ аламын, Һине алып киткән автобустан Алданырак үҙем ҡуҙғаламын. Бер килмәһәң, бер килерһең, тиеп, Вокзалдарға барам ҡабат-ҡабат. Мәңгелеккә ҡалмаһаң да янда, Беренсе һәм һуңғы тапҡыр ярат?! ЙӨРӘК ИЛАЙ Мәңгелеккә киткән әсәйҙән һуң Ерләп ҡайтҡас ғәзиз атайҙы, Һуңғы ике йылда мин үҙем дә Танымаҫлыҡ булып ҡартайҙым. Ҡәҙерләп тә өлгөрмәнем, тиеп Үкенестән генә йән көйә. Көҙҙәрегеҙ һеҙҙең ҡышта ҡалды, Яҙҙарығыҙ ҡалды йәй көйө… Һеҙ киткәндән бирле миҙгелдәр ҙә Элеккесә килмәй, билдәле. Әлдә генә күрмәй киттегеҙ һеҙ Тажлы вирустарын илдәге. Шатлыҡтарҙы-ҡайғыларҙы ғына Бүлешергә кешем ҡалмаған, Һеҙҙең бушлыҡтарҙы тултырырға Эшләмәгән эшем ҡалмаған. Ғәзиздәрем етеш йәшәгәндәй Донъя көтәм әле бирешмәй, Мин бит көслө тәүге балағыҙ шул, Ҡалмам маҡсаттарға ирешмәй. Эй йәнемдең яраларын ялар Ҡайҙа йөрөй Йәнкәй-йәнәшем? Етешһеҙлек ямауҙарын ямар, Кеме килеп бирер кәңәшен? Нисек кенә көслө ҡыланһам да, Тал сыбыҡтай төшәм бөгөлөп; Ғәҙелһеҙлек байрам иткән саҡта Донъяларҙан ҡуям төңөлөп… Тормош гелән бер иш дауам итмәй: Алға барам йәки абынам, Ләкин һәр саҡ борма юлдарымда Атай-әсәйемә табынам. Парлы йәшәп, бергә китһәгеҙ ҙә, Хоҙай биргән ғүмер аҙ һымаҡ… Йөрәк ярһып илай һеҙҙең өсөн Йылғалары ташҡан яҙ һымаҡ!.. Римма ҒӘЛИМОВА

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц