“Баланың тыуыуы тураһындағы акт яҙыуында уның атаһы тураһындағы мәғлүмәттәр юҡ икән, был уға алимент түләүҙән азат ителеүгә сәбәп була аламы? Әминә. Өфө ҡалаһы”. – Рәсәй Федерацияһы Гражданлыҡ-процессуаль кодексының 13-сө статьяһына ярашлы, суд ҡарарҙарының мотлаҡлығы тураһында ҡағиҙә бар. Был статьяның 2-се һәм 3-сө өлөштәрендә әйтелеүенсә, үҙ көсөнә ингән суд ҡарарҙары, шулай уҡ судтарҙың талаптары, саҡырыуҙары барлыҡ дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары, ижтимағи берекмәләр, ойошмалар, вазифалы кешеләр, граждандар тарафынан мотлаҡ үтәлергә тейеш. Суд ҡарарын үтәмәгән кеше, ҡануниәткә ярашлы, яуаплылыҡҡа тарттырыла. Был алиментты түләү тураһындағы суд ҡарарына ла ҡағыла. Шул уҡ ваҡытта бурыстың килеп сығыуы, бурыслының матди һәм ғаилә хәле, алимент юллаған әсәнең атайлыҡҡа бәйле факттарҙы дөрөҫ күрһәтеү-күрһәтмәүе, бының өсөн ялған мәғлүмәттәр йә документтар тапшырыу-тапшырмауы тикшерелә. Бынан тыш, суд, Рәсәй Федерацияһы Ғаилә кодексы 114-се статьяһының 2-се пунктына ярашлы, бурыслыны алимент буйынса бурысынан азат итеү тураһында ҡарар ҡабул итә ала. Айһылыу НИЗАМОВА