Ниндәй генә заман булмаһын, кеше өсөн иң мөһим ғәмәлдәр бар. Шуларҙың береһе – торлаҡ, шуға уға бәйле һорауҙар күп, яңылыҡтар байтаҡ. Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, хәҙер уны рәсмиләштереүҙең дә яңы ысулы – электрон төрө – бар. Һөҙөмтәлә халыҡ өсөн әһәмиәтле булған хеҙмәттәрҙе берҙәм “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы платформаһына күсереү барыһын да онлайн тәртибендә атҡарыу мөмкинлеге бирә. Округта – беренсебеҙ, илдә тәүге биш төбәк араһындабыҙ 2023 йылдың беренсе кварталы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһы Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында күсемһеҙ милекте электрон төрҙә дәүләт теркәүе һәм иҫәпкә килгән ғаризалар һаны буйынса лидер булды. Ә Рәсәй төбәктәре араһында был күрһәткес нигеҙендә Башҡортостан – тәүге биш төбәк исемлегендә. – Әлеге ваҡытта ведомство электрон төрҙә хоҡуҡты теркәү, кадастр иҫәбе, иҫәптең берҙәм процедураһы һәм теркәүе буйынса хеҙмәттәр күрһәтә. “Росреестр”ға документтарҙы электрон төрҙә тапшырыу ҡыҫҡа ваҡытта күсемһеҙ милекте законлаштырырға булышлыҡ итә, сөнки республикала был документтарҙы эшкәртеү ваҡыты ике көндән ашмай, шул уҡ ваҡытта закон буйынса был процедура өсөн ете-туғыҙ көн етә, – тине “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марина Мартынова. Быйыл тәүге өс айҙа “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығына 97,6 мең электрон ғариза килгән, тип яҙҙы ведомствоның матбуғат хеҙмәте. Был, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 10 процентҡа күберәк. Бындай ғаризалар һаны дөйөм һандың 57-нән ашыу процентын тәшкил иткән. Был уртаса Рәсәй күрһәткесенән юғарыраҡ һәм 52 процент тәшкил итә. “Росреестр”ҙың хеҙмәттәрен электрон тәртибендә файҙаланыусылар араһында граждандар – 34, ойошма-предприятиелар – 17, власть органдары 49 процент тәшкил итә. Әйткәндәй, быйыл беренсе кварталда Башҡортостанда, былтырғы ғинуар – март менән сағыштырғанда, торлаҡ 2,9 процентҡа кәмерәк төҙөлгән. Шул уҡ ваҡытта шәхси төҙөлөш күләменең артыуы күҙәтелә, тип хәбәр итте республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте. Был – 809,6 мең квадрат метр. Шул уҡ ваҡытта шәхси торлаҡ төҙөлөшө арта, ә күп фатирлы йорттар төҙөлөшө күләме аҙая бара. Ипотека кредиттары йәһәтенән дә ыңғай яңылыҡтар бар. Мәҫәлән, мартта Башҡортостанда ипотека кредиттары 33 процентҡа күберәк рәсмиләштерелгән һәм 4428 тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса төбәк илдә – алтынсы, Волга буйы федераль округында беренсе урында. Ошо хаҡта Башҡортостан Төҙөүселәр ассоциацияһы “Домклик” күсемһеҙ милек федераль порталына нигеҙләнеп белдерҙе. Ипотека килешеүҙәренә ҡул ҡуйыу көрсөклө хәлдәрҙе әкренләп йырып сығыу һәм иҡтисадтың ыңғай үҫеше тураһында һөйләй. Былтыр, 2021 йыл менән сағыштырғанда, Башҡортостан банктарында ипотека кредитын рәсмиләштереү 19 процентҡа артҡан һәм 390 миллиард һум тәшкил иткән. Тап ипотека кредиттары Башҡортостанда торлаҡты сафҡа индереү рекордын ҡуйырға булышлыҡ иткән. Һөҙөмтәлә беренсе тапҡыр республикала өс миллион квадрат метрҙан артҡан. Был торлаҡтың 1 миллион 170 мең квадрат метры Өфөлә төҙөлгән. Был ҡала тарихында, шул иҫәптән совет осорон да иҫәпкә алып, абсолют рекорд ҡуйырға булышлыҡ иткән. 2021 йыл рекорды ике мең квадрат метрға яҡшырған. Пандемияға тиклемге 2019 йыл менән сағыштырғанда, төҙөлөш тармағы күрһәткестәре 60 процентҡа артҡан. Программа биш йылға иҫәпләнгән Илдең барлыҡ төбәктәрендә халыҡтың көнкүреш шарттарын яҡшыртыу буйынса эш дауам итә. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин инфраструктураларҙың йылдам үҫеше тураһындағы стратегик сессияла ентекле һөйләне. Һуңғы өс йылда төҙөлөш тармағында эш күләме 15 процентҡа артҡан. Санкциялар ҡыҫымы булһа ла, ул үҫешен дауам итә. Былтыр торлаҡты сафҡа индереү буйынса ла рекордлы күрһәткестәргә өлгәшелгән. Рәсәйҙәге 3,5 миллион ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Башҡортостанда был һан – 110 меңдән ашыу. Рәсәйҙә комплекслы һәм оҙайлы планлаштырыу өсөн, бюджет аҡсаһын йәлеп итеп, транспорт, коммуналь һәм социаль инфраструктура объекттарын сафҡа индереү буйынса биш йыллыҡ программа раҫланған. Был ваҡыт эсендә тотош илдә дөйөм суммаһы 4,5 триллион һум тәшкил иткән 6,5 мең объектты төҙөйәсәктәр. Айһылыу НИЗАМОВА