Иҫке Балтас ауылында урынлашҡан "Аҡбар" ауыл хужалығы кооперативы 2018 йылда эш башлай. Кооператив төньяҡ-көнбайыш райондарында ғына түгел, хатта республикала ла иң эреләрҙән һанала. Кооперативҡа ике шәхси эшҡыуар, ете крәҫтиән (фермер) хужалығы ингән. Элекке май заводы биләмәһен ҡуртымға алып эш башлайҙар һәм эшмәкәрлегенең беренсе йылында уҡ матди-техник базаны нығытыуға 18 миллион һумлыҡ грант оталар. Ошо аҡсаға һөт, ҡатыҡ, май, ҡаймаҡ, эремсек етештереү буйынса ҡорамалдар һатып алалар, һәм эш алға китә. Ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Илдар Аҡбиров әйтеүенсә, ойошма ағзаларына эшләр өсөн бөтөн мөмкинлектәр ҙә булдырылған һәм һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. – Беҙҙә теркәлгән хужалыҡтарға эште еңеләйтергә тырышабыҙ. Ҡыш сәсеү өсөн гербицидтар алып ҡуйҙыҡ. Сифатлы орлоҡтар менән тәьмин иттек. Техникаға запас частар алыу мәсьәләләрен дә хәл итәбеҙ. Шуныһын билдәләгем килә: кооператив ағзаһы булып торған бер генә хужалыҡтың да кредиты юҡ! Барлыҡ сығымды үҙ иҫәбебеҙгә ҡаплайбыҙ. Быныһы инде илдә һөт етештереүселәргә сығымдарҙың күпмелер өлөшөн ҡаплаған дәүләт программаһы иҫәбенә атҡарыла. Былтыр, мәҫәлән, кооператив был йәһәттән 24 миллион һум аҡса алды. Иген хаҡының төшөүе тағы бер ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы – һөттөң хаҡы төштө, – тип борсолоуҙарын йәшермәне Илдар Ринат улы. Кооператив үҙенең ағзаларынан һәм ауыл халҡынан көн дә һөт йыя. Йәмғеһе тәүлегенә 6-7 тонна һөт эшкәртәләр. Уның ҡаймағын алғас, артабан һөт заводына тапшыралар. Экологик яҡтан таҙа, үҙ ерлектәрендә етештерелгән аҙыҡты Балтас районының барлыҡ балалар баҡсаларына, мәктәптәренә оҙаталар. Балтас районына сиктәш Асҡын районы ла балалар туҡланыуы өсөн тап ошо кооперативта етештерелгән аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирә. Магазиндарҙа ла был продукцияны һатып алып була. Республикала иң ҙур кооперативтарҙың береһе булараҡ танылыу алған "Аҡбар"ҙың бер урында тапанып торорға иҫәбе юҡ. Етештереү күләмен арттырыу, яңы төр продукция сығарып ҡарау кеүек уй-маҡсаттар менән яналар. Ҡуйыртылған һөт ошо исемлектә беренсе урында тора. Кооперативты тағы ла бер артылыш көтә – ул да булһа һөт ашханаһы селтәренә инеү һәм балалар өсөн яраҡлаштырылған аҙыҡ-түлек етештереү. Ошо көндәрҙә Балтас районы халҡы өсөн был аҙыҡ-түлекте алыу мөмкинлеге асылһа, тиҙҙән Нефтекама ҡалаһы халҡы ла балтастарҙың экологик яҡтан таҙа аҙығы менән һыйлана аласаҡ. Лилиә НУРЕТДИНОВА