Һәр ауылдың үҙенә генә хас тормош-көнкүреше, йәшәү һулышы бар. Баҡалы районының Мостафа ауыл биләмәһе халҡы ла үҙенсә тырышып донъя көтә. Төҙөк, матур өйҙәр, ҡаралған ихаталар ошо хаҡта һөйләй. Ошо биләмә хакимиәте башлығы, быға тиклем 32 йыл мәҙәниәт йортонда методист булып эшләгән Алевтина Халиҡованан ауылдың ҡаҙаныштары, киләсәккә пландары хаҡында ҡыҙыҡһындыҡ. – Алевтина Николаевна, ауылдарығыҙ нимәһе менән үҙенсәлекле? – Беҙҙең биләмәгә өс ауыл ҡарай: Мостафа, Нарат-Йылға һәм Пальчиково. Ауылының төҙөклөгө өсөн янып-көйгән халыҡ йәшәй был төбәктә. Мостафа ауылы йыл һайын “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнаша. Былтыр Чапаев, Матросов, Яңы урамдарында юлдар төҙөкләндерелде. Халыҡ, бағыусылар әүҙем ярҙам итте. Шулай уҡ республиканан һәм район хакимиәтенән дә аҡса бирелде. Быйыл да конкурста еңдек, был программа ярҙамында Мостафала спорт майҙансығы ҡороласаҡ. Ул ике өлөштән тора, тәүгеһендә мини-футбол уйнау майҙансығы, икенсеһендә япмалы урам тренажерҙары ҡуйыласаҡ. Әле халыҡтан аҡса йыйыу ойошторолдо. Быға тиклем “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ярҙамында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр иҫтәлегенә һәйкәл эшләнде, мәктәптә ҡойма яңыртылды, стадионда хоккей майҙансығы булдырылды. Ғөмүмән, беҙҙең ауылда балалар спорт менән шөғөлләнергә ярата. Мостафа ауылы электән көрәшселәре менән дан тота, шулай уҡ волейбол да беҙҙә ныҡлы үҫешкән. Электән скандинавса атлау менән шөғөлләнәләр. Был – олоһона ла, йәшенә лә хас күренеш. Ауыл һәр яҡлап камиллыҡҡа ынтыла. Ике йыл рәттән Мостафа ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында ҡатнашты. Сәләмәт тормош алып барыуға, матурлыҡҡа, айыҡлыҡҡа халыҡтың ынтылышы көслө. Яңы йыл алдынан йорт ихаталарын матур итеп биҙәү ҙә йолаға инде. Шыршы ҡуйып, боҙло скульптуралар эшләүҙәре ауылға байрамса кәйеф бирә. Йыр-моң яғынан да һәләтле халыҡ йәшәй беҙҙә. Ауыл үҙенең баянсылары менән данлы. Ҡайһы бер ауылда бер баянсыны ла табып булмай, ә беҙҙә баянсылар ансамбленә тиҫтәнән ашыу ир-егетебеҙ йөрөй. Клубта был ансамблгә Венера Шәйҙуллина етәкселек итә. Ул үҙе лә был музыка ҡоралында бик оҫта уйнай. Ауылыбыҙға хас тағы бер күренеш – шишмәләрҙең бай булыуы. Мостафа ауылында ете шишмә бар. Яҙын халыҡ дәррәү шишмәләрҙе йыйыштырырға өмәгә сыға. Самауыр ҡайнатып, сәй эсеп, бер матур сараға әүерелдерәбеҙ. Зыяратты йыйыштырыуҙа ла ауыл халҡының берҙәм булыуын билдәләмәй мөмкин түгел. Өмәгә техника менән дә сығалар. Эшҡыуарҙар ғына түгел, ауылыбыҙҙа шәхси хужалыҡтарҙа техникалы егеттәребеҙ ҙә ишле. Улар өмәләр ваҡытында ситтә ҡалмай. – “Ауылда эшһеҙлек юҡ” тигән һүҙҙәрҙе ишетеп ҡалдыҡ. Был, ысынлап та, шулаймы? – Эйе, иң элек был күренештең ауылыбыҙҙа эшҡыуарҙарҙың күп булыуы менән бәйләр инем. Мостафа ауылында ғына улар тиҫтәнән ашыу. Күптән түгел генә пекарня асылды. Был да ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға яңы эш урындарын барлыҡҡа килтерҙе. Икмәк бешереү генә түгел, заказ менән дә эшләүҙәре бик уңайлы. Халыҡ уларҙың хеҙмәтен бик яратып ҡуллана. Ауылыбыҙҙа дүрт сауҙа нөктәһе эшләй. Унда үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияны халыҡ яратып ала. Эшҡыуарҙарыбыҙҙың таянысын, ярҙамын һәр ваҡыт тоябыҙ. Мәҫәлән, махсус хәрби операциялағы егеттәргә улар тәүгеләрҙән булып кемдер аҡсалата, кемдер әйберләтә үҙ өлөшөн индерҙе. Үҙебеҙҙең янғын часы булдырылыуы иһә егеттәребеҙҙе эш менән тәьмин итте. Бөгөн 16 егетебеҙ шунда. Эш эҙләп, ситкә китергә лә кәрәкмәй. Тырышҡан кешегә эш һәр саҡ бар. Хатта өйҙә ултырған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа аҡса таба. Күп итеп һыйыр аҫрап, һөт ризыҡтарын һатып донъя көтәләр. Шәхси-ярҙамсы хужалыҡтарҙа хатта дүрт-биш һыйыр тотоусылар бар, фермерҙарҙа иһә улар күберәк. – Ниндәй уй-ниәттәрегеҙ бар? – Әлбиттә, ниәттәр ҙур. Ошо уҡ “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса ял паркын эшләргә тигән дәртебеҙ бар. Бының өсөн урындар ҙа етерлек. Шулай уҡ балаларға уйынсыҡ майҙансығын булдырыу тураһында ла уйлайбыҙ. Яйлап улары ла тормошҡа ашыр, тип уйлайбыҙ. –Әңгәмә өсөн рәхмәт. Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА