Найти тему
Башҡортостан гәзите

Баҡсаһы ла, өйө лә йәмле

Баҡалы районының Ҡамай ауылы һөнәрле кешеләргә бай. Римма Гәрәеваның ихатаһына килеп инеү менән хужабикәнең тырышлығы күҙгә ташлана. Баҡсаһында йәшелсә гөрләп үҫеп ултыра, ҡураһы тулы ҡаҙ бәпкәләре йөрөй. Йортоноң эсе лә балҡып тора: бүлмәләрен ҡул эштәре биҙәй, диван, ултырғыс япмаларының һәр төрлөһөн күрергә мөмкин. Фермала 30 йыл һауынсы булып эшләгән апай бөгөн хаҡлы ялда. “X класты тамамланым да һауынсы булып эшкә төштөм. Хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда тир түктем. Ауыл һәм район советына депутат итеп һайландым. Тырышлығымды күрҙе­ләр, баһаланылар”, – ти ул. 70 йәшлек инәй хаҡлы ялда булһа ла, һис кенә лә буш ваҡыты юҡ. – Йәштән бер һөнәрҙән дә ҡурҡманым. Эшемде лә тырышып башҡарҙым, тормошто ла яратам. Биш балам, ун ейән-ейәнсәрем, бүләләрем дә бар. Тормош иптәшем 17 йыл элек вафат булды. Яҡын­дарымдың ярҙамы менән ғүмер итәм. Буш ваҡытым булғанда бәйләмгә тотонам. Балаларға ойоҡ­баш, бейәләй бәйләйем. Күңелемә нимә хуш килә, шуға тотонам. Үҙем белгәнде ейәнсәрҙә­ремә лә өйрәтәм, уларға ла был шөғөл ҡыҙыҡлы. Баҡса үҫтереүҙе лә күңел һалып башҡарам. Сәскәләрем, гөлдәрем яҡшы кәйеф өҫтәй, – ти ул. Тормошҡа һөйөү менән баҡҡан кешенән ыңғай нур бөркөлә. Римма апай менән танышыу ҙа күңелдә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА