Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ергә ереккән баҫыу батырҙары

Район хужалыҡтарында әле мал аҙығы хәстәрләүҙең ҡыҙған мәле. Саҡмағоштар был йәһәттән республикала алдынғылар иҫәбендә. Июндең һуңғы көнөнә ҡарата, районда яҡынса 30 мең тоннанан ашыу сенаж һәм бер мең тонна тирәһе бесән әҙерләнгән. Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре алдына етди бурыс ҡуйылған – бер шартлы баш малға кәмендә 40 центнер аҙыҡ берәмеге туплау. Йылдың бик уңайлы килмәүе, әлбиттә, ауырлыҡтар тыуҙырһа ла, тармаҡ уңғандары маҡсатҡа өлгәшеү өсөн бар тырышлығын һала. Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәрен күреү, уларҙың кәйефен белеү маҡсатында Саҡмағош районының “Алға” ауыл хужалығы кооперативы-колхозына юлландыҡ. Баҫыусылыҡ һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән был хужалыҡта әле мал аҙығы әҙерләүҙең иң ҡыҙған мәле. 2019 йылдан алып хужалыҡҡа етәкселек иткән Фәнис Радик улы Маннанов әйтеүенсә, сәсеүлектәр бөгөн ямғырға мохтаж. – 6500 гектар сәсеүлегебеҙ бар. Мал аҙығы культуралары ҙур майҙанды биләй: силосҡа 700 гектарҙа кукуруз, сенажға 635 гектарҙа бер йыллыҡ үлән сәстек. Бынан тыш, бойҙай, арпа, һоло, борсаҡ, ҡарабойҙай, көнбағыш һәм шәкәр сөгөлдөрө үҫтерәбеҙ. Быйыл ямғырҙарҙың аҙ булыуы, былтырғы менән сағыштырғанда, уңыштың түбәнерәк буласағын аңғарта. Әле төп маҡсат – етерлек күләмдә мал аҙығы туплау. Был эште ике аҙна самаһы элек бесәнгә төшөп башлап ебәрҙек. Үлән, былтырғы менән сағыштырғанда йоҡараҡ, ләкин үткән йылдағы запас беҙгә ярҙамға киләсәк. Сенажды башлағанға бер нисә генә көн. Малға етерлек булһын өсөн беҙгә уны 6500 тонна әҙерләргә кәрәк, – тип һөйләне хужалыҡ рәйесе Фәнис Маннанов. Эштең һөҙөмтәлелеге хәҙерге заманса техника­ булыуына тығыҙ бәйле. Был йәһәттән ул яңы­лары менән тулыланып тора. Икенсе миҙгел генә эшләгән мал аҙығы йыйыу комбайнын баҫыуҙа эш барышында тап иттек. Ошондай уҡ йәнә бер комбайн башҡа яланды иңләй. Хужалыҡ уңған хеҙмәткәрҙәре менән дә лайыҡлы ғорурлана ала. Улар араһында йәштәрҙе күреү бигерәк тә һөйө­нөслө. Әлбиттә, йәш кадрҙарға әле мохтажлыҡ тойола. “Алға”ла малсылыҡ тармағы ныҡлы үҫешкән. Хужалыҡта дөйөм һыйыр малының һаны 1400 баштан артып китә, уларҙың 825-е – һауын һы­йыры, 158 башы – тана. Хужалыҡ һөтсөлөк йүнәлешендә эшләгәс, голштин тоҡомло мал үрсетеүгә өҫтөнлөк бирә. Һөт кимәле юғары булһын өсөн, ниндәй миҙгел булыуға ҡарамаҫтан, һыйыр­ҙарҙы яҡшы туҡландырыу мөһимлеген дә билдә­ләне Фәнис Радик улы. Һөт кимәле былтырғы менән сағыштырғанда күберәк. Үткән йылда хужалыҡ буйынса тәүлегенә 10-ар тонна һөт тапшы­рылһа, быйыл был күрһәткес 11 тоннаға етә. – Күңелде ҡырған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Үткән йылдағыға ҡарағанда һөттөң хаҡы төштө. Уның күтәрелеүен көтәбеҙ, сөнки әле колхозға ингән төп керем һөттән килә. Шуға ла хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрер, тип ышанабыҙ, – тине хужалыҡ етәксеһе. Мал аҙығы әҙерләү генә түгел, башҡа мәшәҡәттәр ҙә етерлек. Әле мал ҡураларын ҡышҡылыҡҡа әҙерләү бара. Фермалар ике ауылда урынлашһа, Сыйрышбашта ҡураларҙың иҙәндәрен генә алмаштырыу билдәләнгән, Тоҙлоҡуш фермаһында капиталь ремонт ҡуҙғатыл­ған. Көҙгә тиклем был эште тамамлап, малды ҡышҡылыҡҡа яңы бинаға индереү маҡсаты тора. Йылҡысылыҡ йүнәлешендә лә эш алып барырға өлгөрәләр, әлеге көндә уларҙың һаны 80 башҡа яҡын. Ауыл хужалығында ергә ереккәндәр генә эшләй ала. Был йәһәттән хужалыҡ етәксеһе Фәнис Радик улы үҙе лә өлгө булып тора. Ерҙә ышаныслы баҫып тор­ған, йәнтөйәге өсөн файҙа килтереү­ҙән күңел ҡәнәғәтлеге алған ир-уҙа­мандарҙың береһе ул. Уның ауыл хужа­лығы юлынан китеүе лә осраҡлы түгел. – Ошо уҡ ауыл биләмәһендәге Таҫҡаҡлы ауылында тыуып үҫтем. Атай-әсәйем икеһе лә ғүмер буйы колхозда эшләне. Атайым хеҙмәт юлын тракторсы һөнәренән башланы, аҙаҡ колхоз рәйесе урынбаҫары вазифаһын да башҡарҙы. Бала саҡта атайыма эйәреп баҫыуҙа йөрөп, ауыл хужалығы һөнәренә ҡыҙыҡ­һыныу барлыҡҡа килгәндер. Техникаға тартылыу ҙа мәктәп йылдарынан килә. Һигеҙенсе класты тамамлағас, йыл һайын каникул мәлендә комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләнем. Мәктәптән һуң класс менән ауылда ҡалып, бер йыл колхозда хеҙмәт иттек. 1989 йылда Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтына уҡырға индем, – тине Фәнис Маннанов, һөнәр һайлаған йылдарын иҫкә төшөрөп. Студент йылдарында әңгәмәсем ғаилә ҡора. Тормош иптәше менән йәш саҡта бер уҡыу йортонда белем алалар, бөгөн дә тормош һәм хеҙмәт юлдары бергә дауам итә. Әле ҡатыны – колхозда баш иҡтисадсы. Маннановтар ғаиләһе өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Ике ҡыҙҙары ла тормошҡа сыҡҡан, кесе улдары быйыл мәктәпте тамамлаған. Хәҙер инде биш ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй булып ғүмер итә бәхетле пар. “Һөнәр алғас, бәлки, ҡалала ҡалырбыҙ” тигән ниәттәре лә була, ләкин йәнтөйәк нығыраҡ тарта. Ауылда төпләнгән ғаилә был ҡарарҙары өсөн һис тә үкенмәй. “Халыҡ өсөн икмәк үҫтереү, ит-һөт етештереп файҙа килтереү – үҙе ҙур кинәнес. Үҙең етештергән продукция ғорурлыҡ тойғоһо уята” тигән фекерҙә улар. Яңы маҡсаттар алға әйҙәй. Хужалыҡта хеҙмәткәрҙәргә эш өсөн шарттарҙы тағы ла яҡшыртыу йүнәлешендә хәстәрлек күреү – төп бурыстар рәтендә. Ауылдарҙы төҙөкләндереүгә лә үҙ өлөшөн индерә “Алға” хужалығы. Юлдарҙы ремонтлауҙан, техника менән ярҙам итеүҙән, аҡсалата өлөш индереүҙән бер ҡасан да ситтә ҡалмайҙар. Мәктәпте, клубты ремонтлау­ҙа ла даими ҡатнашалар. Хужалыҡта тир түккән хеҙмәткәрҙәр менән күрешеп һөйләшеү форсаты тейҙе. Хужалыҡ зоотехнигы Алмас Аллаяров, водитель Рәмзил Дәүләтов, тракторсылар Данил Сахабин, Илсур Килмәмәтов, Илнур Шәрәфетдинов, Динар Мөхтәров – һәр береһе үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, ялан батырҙары. Тоҙлоҡуш ауылынан Рәмзил Дәүләтов ауыл хужалығында 1980 йылдан тир түгә. – Армиянан ҡайтас, колхозға эшкә кергәйнем, хәҙер инде хаҡлы ялға сығырға ла ваҡыт етеп килә. Ауылда элек егеттәр араһында шофер иң абруйлы һөнәр ине бит, шуға уны һайланым да инде. Трактор ҙа, йөк машинаһы ла йөрөттөм. Ауылда ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп донъя көттөк. Эшләгән кешенең баһаһы ҙур. Хеҙмәт өсөн шарттар яҡшы, – тип һөйләне ул. Колхоздың баш зоотехнигы Алмас Аллаяров та – үҙен ауыл хужалығына арнаған замандаштарыбыҙҙың береһе. 1997 йылда Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлағас, күпселек ошо тармаҡта тир түгә. – Ауыл хужалығында еңел эш юҡ. Күңел һалып эшләгәс, һөҙөмтә лә бар. Үҙемә бала саҡтан малсылыҡ эше яҡын булды, – ти ул. Илде икмәкле, ризыҡлы иткән ауыл хеҙмәтсәндәренең тырыш хеҙмәте алдында баш эйерлек. Ауырлыҡтарҙы сыҙам ғына күтәрә белгән, хеҙмәт менән сыныҡҡан был һөнәр эйәләре һәр заманда ла абруйлы һәм кәрәкле. Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА Саҡмағош районы.