Кешегә бәхет өсөн нимә кәрәк? Йорто йылы булһа, крандан һыуы өҙлөкһөҙ ағып торһа – шул еткән. Ә был туранан-тура торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәтенә бәйле. Тарифтар тотороҡло булһа, күрһәтелгән хеҙмәт сифатлы башҡарылһа, әлбиттә, халыҡ та предприятиеның эшенән ҡәнәғәт була. Балтас районының “Коммуналь хужалыҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡарма директоры Марат ИБРАҺИМОВ һәм уның хеҙмәттәштәре быны яҡшы аңлай һәм эштәрен еренә еткереп атҡара. Марат Фәдис улы менән һуңғы осорҙа башҡарылған, алдағы йылдарға планлаштырылған эштәр тураһында әңгәмәләштек. – Предприятиеның эшмәкәрлеге күп тармаҡлы. Районда инженерлыҡ селтәренең өҙлөкһөҙ эшләүенә ҙур өлөш индерәһегеҙ. Гәзит уҡыусыларҙы ойошманың эшмәкәрлеге менән таныштырығыҙ әле. – “Коммуналь хужалыҡ” йәмғиәте бөгөн район үҙәге Иҫке Балтас ауылындағы һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү системаларын хеҙмәтләндереү буйынса шөғөлләнә. Иҫке Балтаста һыу үткәргестәрҙең дөйөм оҙонлоғо – 68, йылылыҡ менән тәьмин итеү торбаларының оҙонлоғо 9 километр тәшкил итә. Беҙҙең ҡарамаҡта – күп фатирлы 18 йорт, 9 социаль объект. Барлыҡ социаль объекттар ҙа йылылыҡ менән тәьмин ителгән. Ойошма уларҙың инженерлыҡ селтәрҙәрен техник яҡтан хеҙмәтләндерә, эсәр һыу менән тәьмин итә. Әйткәндәй, районда һыу үткәргестәрҙең дөйөм оҙонлоғо – 75 километр, шуларҙың 60-тан ашыуын беҙҙең ойошма хеҙмәтләндерә. Йәмғиәттә 33 кеше эшләй. Уларҙың һәр береһе – үҙ һөнәренең оҫтаһы. Ойошманың эшмәкәрлек даирәһе киң. Заман талаптары ла йыл һайын үҙгәреп тора. Яңы ҡорамалдарҙан файҙаланыу барыбыҙҙан да белем, оҫталыҡ, сослоҡ, хатта зирәклек талап итә. Бынан тыш, ваҡыт менән иҫәпләшмәүҙе талап иткән тармаҡта эшләйбеҙ. – Марат Фәдис улы, бындай ойошманың көйлө эшләүен тәьмин итеү өсөн матди-техник базаның ныҡлы булыуы кәрәк. Ошо хаҡта һөйләһәгеҙ ине. – Беҙҙең төп өс база бар. Беренсеһе – скважиналар базаһы. Унда насос бинаһы, ике резервуар ултыра, биш скважинаның береһе резервта тора, дүртеһе даими эшләй. Скважинанан һыу резервуарға килә, унан насостар ярҙамында халыҡҡа бирелә. Икенсе база – ҡаҙанлыҡ бинаһы, уның территорияһы. Өсөнсөһө тау башында, сәнәғәт зонаһында урынлашҡан. Унда барлыҡ йөк техникаһы тора. Ике берәмек экскаватор, ике ассенизация машинаһы, ике МТЗ тракторы, ике КамАЗ, шулай уҡ еңел автомашиналар бар. – Әле “заман менән бергә атларға кәрәк” тип әйткәйнегеҙ. Инженер системаһын, торбаларҙы даими рәүештә ҡарап, төҙөкләндереп тормаһаң, был системаны яңыһына алмаштырмаһаң, ойошма теүәл эшләй ҙә алмай, халыҡ та ризаһыҙлыҡ белдерә башлаясаҡ. – Эйе, үҙебеҙҙең көс менән заманса ике насос алып урынлаштырҙыҡ. Иҫке Балтас ауылы биләмәһе, ауыл халҡы ҡатнашлығында “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы ике яңы скважина бырауланыҡ. Быйыл насостар урынлаштырылған биналарҙы төҙөкләндерергә, түбәһен алмаштырырға планлаштырабыҙ. Ошо йылдар дауамында эшләгән күләмле эштәребеҙҙең береһе – элекке бинаны төҙөкләндереп, барлыҡ хеҙмәткәрҙәр шунда күсерелде. Хәҙер бухгалтерия, экономист, инженер, кассир, контролер – барыһы ла бер урында, район үҙәгенең уртаһында эшләй. Бинаның эргә-тирәһе лә төҙөкләндерелде. Хәҙер беҙҙең хеҙмәткәрҙәргә лә, төрлө мәсьәләләр менән килгән халыҡҡа ла уңайлы. – Иҫке Балтас ауылы яңырып тора, яңы микрорайондар төҙөлә. Был һеҙҙең эш күләменең артыуы тураһында ла һөйләй. – Эштән ҡурҡмайбыҙ. Яңы микрорайондарҙа яңы скважиналар, яңы торбалар һалынғас, унда әллә ни ауырлыҡтар юҡ. Иҫке Балтас ауылындағы һыу үткәргестәр иҫкерә. Уларҙы йыл һайын 5 процентҡа яңыртып тороу талап ителә. Утыҙ километр һыу үткәргескә тимер торбалар файҙаланылған. Уларҙы заманса уңайлы һәм еңел торбаларға алмаштырыу планлаштырыла. Иҫке Балтас ауылының көнсығыш өлөшөндә һыу туплау урыны булдырыу көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Был уңайҙан район хакимиәте менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Ул тормошҡа ашырылһа, күпселек мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеге тыуыр ине. Һыу сығарыуға лицензияны 2031 йылға тиклем оҙайттыҡ. – Ҡулланылған йылылыҡ, һыу өсөн иҫәп-хисап ваҡытында күсәме? – Әлбиттә, ҡулланылған һыу өсөн халыҡ ваҡытында иҫәп-хисап яһап бара, ә йылылыҡ өсөн – ҡатмарлыраҡ. Хәҙер иҫәп-хисап яһауҙың төрлө уңайлы юлдары бар: онлайн тәртибендә лә түләргә була, кассаға ҡулаҡса индереү мөмкинлеге лә булдырылған. Ваҡытында килгән аҡса беҙгә планлаштырған эштәрҙе өҙлөкһөҙ тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә. – Махсус хәрби операция барған биләмәләргә гуманитар ярҙам алып барыуығыҙ хаҡында беләм. Ошо турала һөйләгеҙ әле. – Эйе, район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев менән бергә ойошма исеменән барып ҡайттым. Беҙҙең коллективтан махсус операцияла Вячеслав Сайфуллин ҡатнаша, ялға ҡайтҡанында кейем-һалым, кәрәк-яраҡ алып бирҙек. Бында егеттәр менән буржуйка мейестәре эшләнек, йыйылышып дарыуҙар, бинттар, кейем хәстәрләнек. Новоайдарово ҡалаһына барғайныҡ. Форсат сыҡһа, тағы барып ҡайтырға иҫәп бар. – Үткән йылытыу миҙгеленең иң мөһим күрһәткесе нимәлә? – Йыл дауамында аварияһыҙ эшләнек. Былтыр заманса насостар ҡуйғайныҡ. “Башҡортостанда 2023 – 2027 йылдарҙа коммуналь инфраструктураны төҙөкләндереү” төбәк программаһына ярашлы районда һигеҙ километр һыу үткәргес торбаларын алмаштырырға йыйынабыҙ. Техниканы яңыртыу планлаштырыла. – Әңгәмә өсөн рәхмәт. Халыҡҡа кәрәкле, рәхмәтле хеҙмәтегеҙ уңышлы дауам итһен! Лилиә НУРЕТДИНОВА