Найти тему
Башҡортостан гәзите

Хоспис тәүге пациенттарын ҡабул итте

Өфөлә яңы төҙөлгән хоспис тәүге пациенттарын ҡабул итте. Бында бер юлы 60 кешегә ярҙам итеп буласаҡ. Тәүге пациенттар – өлкәндәр. Уларҙың сирҙәрен дауалау мөмкин булмаһа ла, яфаланыуҙарын еңеләйтергә, яҡындарына ярҙам итергә була. Яңы хосписҡа килгән тәүге пациенттарҙың береһе Людмила Алексеевна бына ун йыл инде яман шештән яфалана. Тиҫтәләгән нур сеанстары, химия терапияһы курстары алған ҡатын сиргә бирешергә теләмәй, йәшәү өсөн көрәшеүен дауам итә.Тик ул хәҙер үҙаллы йөрөй алмай. Хоспистың асылыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Ә Рәзил Фазаил улы үҙе тураһында һөйләй алмай. Инсульттың ауыр эҙемтәләре был бәхеттән айырған, ул кеше ярҙамынан башҡа хәрәкәтләнә лә, йыуына ла алмай. Хоспистың тағы бер маҡсаты – пациенттарға ғына түгел, ә уларҙың яҡындарының да хәлен еңеләйтеү. Бөгөн хоспис ауыр сирҙәргә дусар кескәй пациенттарҙы ҡабул итәсәк. Ауырыуҙарҙы тәрбиәләү һәм терапия сараларын үткәреүҙән тыш, бассейнда дауалау физкультураһы ла ҡаралған. Хоспистың баш табибы Оксана Кузовкина әйтеүенсә, улар пациенттарҙың яҡындарын кешене дөрөҫ тәрбиәләргә, кейендерергә, ашатырға ла өйрәтәсәк. Бөтә палаталар ҙа беренсе ҡатта урынлашҡан, һәр береһенән урамға сығып йөрөү мөмкинлеге бар. Фото: BashNews