"ҠошЮлы" республика бард фестивале быйыл ун икенсе тапҡыр үткәрелә һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхиндың яҡты иҫтәлегенә арнала. 7, 8, 9 июль Ейәнсура районында үтәсәк сарала гитарала уйнап йырлаусылар бәйгеһенән, "ҠошЮлы" лауреаттарының сығыштарынан торған гала-концерттан тыш программала төнгө усаҡ янында йырҙар йырлау, "ҠошЮлы уҙышы" йүгереү марафоны, йырға һүҙҙәр яҙыу оҫталыҡ дәресе, түңәрәк өҫтәл, спорт ярыштары һәм һыу һибешеү ҡаралған. “ҠошЮлы”на 2012 нигеҙ һалына, был ваҡыт арауығында фестиваль тулы бер хәрәкәткә олғаша, уның эшмәкәрлеге йәй һайын фестиваль үткәреүгә генә ҡайтып ҡалмай, эш йыл әйләнәһенә ҡайнай: төрлө ижади осрашыуҙар, фатирниктар уҙғарыу, “Төнгө ултырыш”, “ҠошЮлы. Балалар” кеүек айырым проекттар булдырыу һәм башҡалар. “ҠошЮлы” биш йыл рәттән Ейәнсура районында үткәрелде, артабанғы биш йылда Башҡортостандың төрлө райондарын иңләне: Әбйәлилдә, Ҡыйғыла, Ишембайҙа уҙҙы. Фестиваль былтыр тыуған ере Ейәнсураға кире әйләнеп ҡайтты, ул быйыл да о