9 май байрамы алдынан Шишмә районында булған авария билдәле блогер, өс бала әсәһе, халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиевтың һеңлеһе Диана Сәфәрованың ғүмерен өҙгәйне. Яҡынса был аварияла 36 йәшлек Шишмә районы кешеһе Вадим Л. ғәйепле тип иҫәпләнә. Авария ваҡытында иҫерек булған ир юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙа һәм был Диананың ситкә осоп бәрелеүенә килтерә. Ошо көндәрҙә суд ғәйепләнеүсе ирҙең өйҙәге һаҡ аҫтында булыу ваҡытын тағы ике айға оҙайтҡан. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ғәйепле кеше был ҡарар менән ризалашҡан. Уны судҡа конвой аҫтында түгел, ә инспекция оҙатыуында килтерәләр. Ирҙең аяғына махсус браслет кейҙерелгән. – Toyota Camry машинаһына идара иткән ир иҫерек булған, ул Honda Civic автомобиленә бәрелә. Ошо сәбәпле рулдәге ҡатын машинаһына идараны юғалта, юлдан оса һәм тимер кәртәгә бәрелә. Ул урында йән бирә, – тиҙәр был турала ЮХХДИла. Билдәле булыуынса, Диананың өс балаһы етем ҡалды. Ҡатындың әсәһе балаларҙы опекаға алды. Ағалары Әнүәр Нурғәлиев уларға йыш бара, балалар менән күберәк ваҡыт үткәрергә тырыша. Шулай уҡ артист был эште ентекләп тикшереү һәм ғәйепле кешегә язаһын биреү яҡлы. Иҫерек иргә ун йылға тиклем иркенн мәхрүм ителеү янай. Фото: социаль селтәрҙәр.