Бүздәк ауыл хужалығы колледжы директоры Артур Ханнанов махсус хәрби операцияға китергә ҡарар итеүен белдергән. – Был хаҡта оҙаҡ уйландым – мин унда кәрәкмен. Яҡын арала әҙерләнә башлайым. Был аҙымым башҡалар өсөн үрнәк булыр тип уйлайым, сөнки махсус хәрби операцияға етәкселәр ҙә, уларҙың балалары ла бармай, тигәнде йыш ишеткән бар, – ти Артур Сәғиҙулла улы. Ҡырҡ йәшлек етәксенең ҡарарын дуҫтары хуплаған, ҡайһы берҙәре уның өлгөһөнә эйәреп, контракт төҙөгән. ”Был уларҙың миңә ышаныуы тураһында һөйләй, мин дә иптәштәремдең тоғролоғон баһалайым”, тип фекерҙәре менән уртаҡлашҡан Артур Ханнанов. Егеттең характеры ҡаты, ихтыяр көсө ныҡ. Шуға күрә яҡындары уның ҡарарын һис һүҙһеҙ ҡабул итә, сөнки әйткән һүҙен тотасағын яҡшы беләләр. Фото А. Ханнановтың шәхси архивынан.