Башҡортостандағы һәр ҡала йәки райондың барлыҡ ҡаҙаныштарын, көйөнөстәрен һәм тәү сиратта урындағы һөйөнөстәрен киң мәғлүмәт саралары яҡтырта. Ҡырмыҫҡалы районында иһә “Даирә”, “Кармаскалинская новь” һәм “Үҙән” гәзиттәре донъя күрә. Был матбуғат баҫмалары хеҙмәткәрҙәре урындағы халыҡҡа төбәк иҡтисады, социаль, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләрҙән яңылыҡтарҙы еткерә, яҡташтарының йәшәйеше хаҡында бәйән итә. Башҡорт телендә донъя күргән “Даирә” гәзитендә лә район тормошонан мөһим мәғлүмәттәр, халыҡты борсоған мәсьәләләр күтәрелгән мәҡәләләр донъя күрә. Ғөмүмән, һәр гәзит — ябай халыҡ менән йәмғиәтте тоташтырып торған үҙенсәлекле күпер ул. Рәсәйҙә, Башҡортостанда барған хәл-ваҡиғалар менән, ғәҙәттә, телевидениенан, үҙәк гәзиттәрҙән танышһаҡ, урындағы тормошто, нигеҙҙә, район баҫмаларынан ентекле беләбеҙ. Гөлсәсәк Сәлих ҡыҙы Аласованың “Даирә” гәзитендә эшләүенә сирек быуат ваҡыт үткән. Уның матбуғат тигән мауыҡтырғыс донъяға килеп инеүе лә бик үҙенсәлекле. “Шуныһы ҡыҙыҡ: бер ҡасан да гәзиттә эшл