Найти тему
Башҡортостан гәзите

Алты бала әсәһен ҡаршы алығыҙ!

Сираттағы конкурсантыбыҙ Зөлфиә Яхина - Бишбүләк ҡыҙы, Туймазы килене. Әле Ҡандракүл ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе булып эшләй, “Тылсым” башҡорт фольклор төркөмөнөң етәксеһе лә. Бала саҡтан йырларға ярата. Районда ғына түгел, башҡа өлкәләрҙә уҙғарылған конкурстарҙа ла ҡатнаша. Мәҫәлән, быйыл “Ҡандра моңдары” тигән халыҡ йырҙары һәм таҡмаҡтар район фестивалендә 2-се дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булған. Былтыр “Тыныслыҡтың аҡ күгәрсене” район фестиваль-конкурсында ла 1-се дәрәжә лауреат дипломы менән бүләкләнгән. Шулай уҡ былтыр татар йырын башҡарыусыларҙың республика конкурсында 3-сө урын яулаған. Талантлы йырсы ғына түгел, алты бала - ике ул, дүрт ҡыҙ әсәһе лә ул. Иң өлкәненә 25 йәш булһа, кесеһе - алты йәшлек. Талантлы, кешелекле, иғтибарлы, ихлас булғаны өсөн дә хөрмәт итә уны яҡташтары. Фото һәм видео З. Яхинаның шәхси архивынан.