Башҡортостандың Дәүләт идараһы һанлы үҫеше министрлығы “ДОМ.РФ” менән берлектә республиканың IТ-компаниялары хеҙмәткәрҙәре өсөн “IТ-ипотека” төбәк ташламалы ипотекаһын тормошҡа ашырыу буйынса онлайн-вебинар үткәрҙе. Хеҙмәткәрҙәрҙең программала ҡатнашыуы, уның үҙенсәлекле шарттары, мәҫәлән, кредит алыусының даими йәшәгән урыны буйынса мотлаҡ теркәлеүе кеүек талаптар бар. Бигерәк тә ташламалы ипоткаға айырым иғтибар бүленде. "Республиканың Дәүләт идараһы һанлы үҫеше министрлығы Берҙәм ипотеканың федераль һәм төбәк ярҙам сараларын берләштергән механизмының уңайлы икәнлеген билдәләй. Башҡортостан Хөкүмәте һәм “ДОМ.РФ” кредит ставкаһын кәметеү буйынса бергә тормошҡа ашырған ярҙам сараһы торлаҡ программаларын файҙалана алыуға һәм белгестәрҙең хеҙмәт эшмәкәрлеген төбәктә дауам итергә булышлыҡ ҡыла", - тип белдерҙе республиканың дәүләт идараһы һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин. Министр һүҙҙәренә ҡарағанда, кәметелгән ставкалы программа башланғандан алып, кредитҡа ғаризалар биреү аҙна һайын артҡан. Һуңғы айҙа 150 ғариза тапшырылған һәм уларҙың 103-ө буйынса кредит алыуға рөхсәт бирелгән. Ә был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: ipotekarb.ru