Кисә Белорет районында булған үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында хәбәр иткәйнек. Унда еңел машина түңкәрелеп, 51 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлә. Шулай уҡ икенсе пассажир ҡатындың ҡулы һынған, берәүһенең мейеһе һелкенгән. Ә ғүмере өҙөлгән 51 йәшлек ҡатын ауырлы булған... Уның ире әйтеүенсә, ҡатын үҙенең йөклө икәнен бер кемгә лә әйтмәгән - йәше өлкәнерәк булғас, уңайһыҙланған. Ә ир балаһының тыуыуын бик теләгән. Билдәле булыуынса, машинаға легаль булмаған таксист идара иткән. Ул киҫкен боролош урынында алдағы машинаны уҙып китергә булған, тик автомобиленә идараны юғалтып, юлдан осҡан, юғары тиҙлектә ағасҡа барып төкөлгән. – Машина ағасҡа бәрелгән, тап ошо факт күберәк кеше үлеменән һаҡлап ҡалған. Һәләк улған ҡатын хәүефһеҙлек ҡайышын таҡҡан булған, – тиелә “Минең Башҡортостан” каналында. Машинаға идара иткән 36 йәшлек ир зыян күрмәгән. Фото: ЮХХДИ.