“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак үткәргән матбуғат конференцияһы сәләмәтлеккә ҡағылышлы көнүҙәк темаларҙың береһенә арналды: быйыл йәй талпан энцефалиты һәм сысҡан биҙгәге менән сирләп китеү осраҡтары буйынса мөрәжәғәттәр артҡан. Лаборатор тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, был ауырыуҙар талпандарҙа һәм сысҡандарҙа хәҙер йышыраҡ осрай. Анна Казак һәм идаралыҡтың эпидемиологик күҙәтеү бүлеге етәксеһе Венера Саттарова аңлатыуынса, талпан ҡаҙалыуы сәбәпле, республика дауалау учреждениеларына һигеҙ меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Был кешеләр, ҡағиҙә булараҡ, “хәүеф төркөмө”нә инә, йәғни һөнәре буйынса тәбиғәттә эшләргә тура килгәндәр (ә ундайҙар республикала 37 меңгә яҡын кеше). Хәҙер урманға еләк һәм бәшмәк йыйырға барыусылар аҙайғандан-аҙая бара, уның ҡарауы, ял көндәрендә тәбиғәткә сығып шашлыҡ ҡыҙҙырырға яратыусылар күп, ҡалалар янында индивидуаль торлаҡ төҙөлөшөнөң киңәйеүе лә ундағы кешеләрҙең талпандан зыян күреү хәүефен арттыра икән. Шәхси йорттар тирәһендә үләнде даими сабып тороу, сүп өйөмдәрен ваҡытында сығарыу талпандан зыян күреү ихтималлығын кәметә, тип билдәләнеләр матбуғат конференцияһында. – Талпан үлән осонда аҙналар-айҙар буйы ҡорбанын көтөп ултырырға һәләтле, – ти Анна Казак. – Уның 1,5 метрҙан да бейегерәккә һикерә алған осрағы теркәлмәгән, шуға күрә кешенең йөҙөнә эләгеү ҡурҡынысы юҡ тиерлек, әммә урманда аяҡтарҙы һәм ҡулды беләҙегенә хәтлем кейем менән ҡаплап йөрөү мотлаҡ. Талпан ауырыуы кешегә хайуандар аша ла йоға икән. Мәҫәлән, ул кәзәне тешләһә, уның һөтөн эсеү үтә хәүефле. Әммә кәзәгә талпан ҡаҙалғанмы-юҡмы икәнен билдәләү, тәбиғи, күпселек осраҡта мөмкин түгел, шуға күрә һөттө тик эшкәртеп (пастеризациялап) эсергә була. “Тимәк, һыйырҙан йәки кәзәнән яңы һауылған һөт кеше һаулығы өсөн файҙалы тигән ҡараш иҫкерҙе”, – ти Анна Казак. Сысҡан биҙгәге менән былтыр йыл барышында өс меңгә яҡын кеше сирләгән. Матбуғат конференцияһында үткән йыл Туймазы районында булған хәлде иҫкә төшөрҙөләр: көҙ ихатала бесән бушатҡан ирҙәр ошо сиргә юлыға һәм дауаханала уларҙың икәүһен ҡотҡара алмайҙар. Тимәк, бындай эштә лә һаҡ булырға кәрәк. Венера Саттарова яҙ тышта йорт-ҡураны йыйыштырғанда ла һаҡланырға, был эште мотлаҡ битлек кейеп башҡарырға кәңәш итте. Быйыл йәй Өфө, Благовещен, Йәрмәкәй, Мишкә һәм Дәүләкән райондарында сысҡан биҙгәге менән сирләү осраҡтары, республика буйынса уртаса кимәл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға артҡан. Анна Казак билдәләүенсә, республикала быйылғы тәүге алты айҙа ошо сирҙе 616 кеше эләктергән, шуларҙың 32-һе – балалар. Рәшит КӘЛИМУЛЛИН