Иглин районында республиканың 25 районынан йыйылған һауынсылар оҫталыҡта көс һынашты. Сара “Агротех” ауыл хужалығы предприятиеһы базаһында үтте. Уның тантаналы өлөшөн Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәрит Вәлитов менән Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова асты. – Һөтсөлөк тармағы юғары квалификациялы, үҙ эшенең оҫтаһы булған кешеләргә ныҡ бәйле. Тармаҡ тиҙ үҫешә, яңы технологиялар барлыҡҡа килә, шуға даими рәүештә оҫталыҡты арттырыу кәрәк. Тап ошондай конкурстар ярыш ҡына түгел, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ла булып тора, – тине Фәрит Вәлитов. Ярыштың Иглинда үтеүе юҡҡа түгел. Тап ошо районда, ошо хужалыҡта тәүге роботлаштырылған ферма сафҡа инде. Тиҙҙән яңы инвестиция проекты тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Уға ярашлы, 1200 баш мал тотоу мөмкинлеге булған комплекс сафҡа индереләсәк. Әлеге килешеүгә инвестор менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Санкт-Петербург ҡалаһында үткән Халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡул ҡуйғайны. Конкурстың төп шарттары – теоретик белемде тикшереү, һуңынан практик күнекмәләрҙә оҫталыҡты күрһәтеү. Ғалимдар төҙөгән һорауҙарға яуап биргәс, һауын аппаратын тиҙлеккә ҡороп йыйыуҙа көс һынашты һауынсылар. Һөҙөмтәлә 99 мәрәй йыйып, Дүртөйлө районының “Шишмә” тоҡомсолоҡ заводы һауынсыһы Гөлназ Чернышова еңеүсе тип билдәләнде. Икенсе урында – Ейәнсуралағы “А7 Агро” хужалығынан Зилә Вәлиева, өсөнсөлә – Яңауыл районының “ИТС-Агро” хужалығы һауынсыһы Алевтина Николаева. Бынан тыш, тиҙлек һәм оҫталыҡтарын баһалап, Нуриман районының “Козарез” хужалығынан Роза Бикегетова менән Әбйәлил районынан Рөстәм Муллағәләмовҡа махсус приз тапшырылды. Әйткәндәй, Рөстәм Муллағәләмов 24 ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙ араһында берҙән-бер ир-егет ине. Ул “Красная Башкирия” хужалығында эшләй. Был һөнәрҙе һайлауына 27 йыл булып киткән. – Конкурс алдынан ныҡ борсолдом. Минең өсөн иң ауыры теоретик өлөш булды, аппаратты ваҡытҡа ҡороп йыйыу ҙа ҡыйынға тура килде. Һауынсы һөнәрен ҡатын-ҡыҙ эше тип һанарға өйрәнгәнбеҙ. Был ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Һыйыр ир-егетте нығыраҡ тыңлай. Һауған ваҡытта тулҡынланырға, борсолорға ярамай. Кире тойғолар шунда уҡ һыйырға ла бирелә, ул үҙен тынысһыҙ тота башлай. Бындай конкурстар барлыҡ һөнәр эйәләренә кәрәк. Тәү сиратта осрашып аралашыу, бер-береңдән ниндәйҙер тәжрибә алыу өсөн мөһим. Ә һауынсы булып эшләү өсөн иң беренсе малды яратырға кәрәк, – тине Рөстәм Муллағәләмов. Лилиә НУРЕТДИНОВА