Яңауыл районының Байғужа мәктәбендә, аҙаҡ район үҙәгендәге 1-се мәктәптә инглиз теленән уҡытҡан Резида Ғәлиева – оло педагогтар династияһының бер вәкиле. Ошо көндәрҙә ул үҙенең матур юбилейын ҡаршылай, тип яҙа “Яңауыл таңдары”. “Әсәйем – татар теле уҡытыусыһы, апайым башланғыс кластарҙа белем бирә. Башҡа туғандарым да – педагогтар. Дөйөм педагогик стажыбыҙ 240 йыл тәшкил итә. Беҙҙең йортобоҙ һәр саҡ уҡытыусылар өсөн асыҡ булды. Әсәйем Рәсимә Нурулла ҡыҙы менән атайым Ағзам Гәрәй улы бик ҡунаҡсыл, изге күңелле кешеләр ине. Ғаиләбеҙҙә ижади мөхит йәшәне. Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялландым. Мәктәптә уҡығанда ике туған ағайым Зикаф Хужин белем усағына етәкселек итте, ул минең өсөн һәр саҡ өлгө булды. Юлымда яҡшы кешеләр генә осрап торғанына рәхмәтлемен. Етенсе класта уҡығанда беҙгә инглиз теле уҡытыусыһы Роза Хаммат ҡыҙы Гәрәева килде, шул ваҡыттан алып телгә һөйөүем артты, уны яҡшыраҡ өйрәнергә теләгем көсәйҙе”, – ти юбиляр. Резида Ағзам ҡыҙы оҙаҡ йылдар бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәрен хөрмәт итә, һәр береһен йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала. Хәҙерге уҡыусылар быуынының элеккеһенән ныҡ ҡына айырылып тороуын да билдәләй уҡытыусы.”Мәҫәлән, туҡһанынсы йылдар аҙғында балалар түҙемлеге, ябайлығы, тыңлаусанлығы, асыҡ күңеллеге менән иҫтә ҡалһа, хәҙергеләр – тормошта үҙ урынын белгән, асыҡ фекерен белдергән, тирә-яҡтағыларға үҙенә ҡарағанда талапсаныраҡ булған быуын.Күп беләләр, айырыуса компьютер технологияларын яҡшы үҙләштерәләр”, – ти тәжрибәле уҡытыусы. Күркәм юбилейын ҡаршылағандан һуң, Резида Ағзам ҡыҙы тормошон тулыһынса ғаиләһенә бағышларға йыйына. “Улдарым Аяз менән Алмаздың өйгә ҡайтыуҙарын һағынып көтөп алам. Тормош иптәшем Альберт Фәхрәз улына, туғандарыма күберәк иғтибар бүлергә уйлайым. Ғүмерҙең һәр минуты минең өсөн ҡәҙерле. Ә башҡараһы эштәр етерлек. Иҫән-һау саҡта ейәндәремде күрергә, уларҙы тәрбиәләргә хыялланам”,– ти ул. Хәләл ефетенең юбилейына тормош иптәше Альберт Фәхрәз улының үҙ ҡулдары менән кәмә яһап, уға “Алға!” тип исем ҡушыуы, уның тәүге һынауҙы уңышлы үтеүе, хатта унда тәүге балыҡты эләктереүҙәре хаҡында ла белдек. Тормош карабының да дауылдарға бирешмәй, ҡаршылыҡтарға осрамай, гел алға йөҙөүен теләйек! Раушания Ғарифуллина фотолары.