2023 йылдың ғинуарынан июнь айына тиклем республиканың Берҙәм лицензиялар сайтында травматология һәм ортопедия буйынса эшмәкәрлеккә тәү тапҡыр лицензиялар алған медицина ойошмалары һаны 2,3 процентҡа артҡан. Элек теркәлгән 298 ойошмаға йәнә ете медицина ойошмаһы өҫтәлде. –Травматология һәм ортопедия – хәҙерге заман медицинаһында киң ҡулланылған белгеслектәр. Ике тармаҡ та сирҙәрҙе һәм һөйәк-мускул системаһы имгәнеүҙәрен иҫкәртеү һәм дауалау менән шөғөлләнә. Шуның менән бергә һәр береһенең үҙенсәлектәре һәм ҡулланыу өлкәһе бар, – тип һөйләй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бүлек начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. Травматология пациенттарҙы эске һәм тышҡы факторҙар арҡаһында барлыҡҡа килгән төрлө травмаларҙы дауалау менән шөғөлләнә. Автомобиль аварияларында, йығылып төшкәндә, спортта һәм башҡа бәхетһеҙлек осраҡтарында алынған имгәнеүҙәр булыуы мөмкин. Ортопедия төрлө йәштә ауыртыныу тыуҙырған һөйәк һәм быуындар сирҙәрен дауалау менән шөғөлләнә. Медицина эшмәкәрлеге буйынса лицензия алыуҙы яба