2022 йылдың декабрендә Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһында яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” повесы буйынса тулы метражлы нәфис фильм төшөрөләсәк тип хәбәр иткәйнек. Ул ваҡытта 11-14 йәшлек малайҙар, 11-13 йәшлек ҡыҙҙар араһында кастинг иғлан ителгәйне. Әле килеп кино төшөргән төркөм уҙған быуаттың 90-сы йылдары мөхитен булдырыу өсөн реквизиттар - әйберҙәр эҙләй. Йәғни 7-14 йәшлек балалар кейемдәре кәрәк. Улар кейелгән, төрлө яҙыуҙарһыҙ булырға тейеш. Шипатай, ҡата, кроссовка, кепка, бейсболка, косынка, уйынсыҡтар, гәзит-журналдар, аҡса, кеҫә телефоны ла талап ителә. Әйберҙәрҙе һеҙгә кире ҡайтарасаҡтар.Фильмдың режиссеры - Вилүрә Иҫәндәүләтова, ҡуйыусы рәссамы – Айгөл Байрамғолова. Тәҡдимдәр менән Айгөл Байрамғоловаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Фото: https://vk.com/id25835987