7-9 июлдә Ейәнсура районында “Ҡош юлы” республика автор йыры фестивале үтәсәк. Быйыл фестиваль композитор, баянсы, аранжировщик, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин иҫтәлегенә арнала. Студент сағында уҡ, 1994 йылдан, Яхин Сибай дәүләт филармонияһында халыҡ инструменттары оркестры етәксеһе сифатында эшләй башлай. Ейәнсура районына был көндәрҙә йыл һайын республиканың бөтә мөйөштәренән бардтар йыйыла. Гитара, барабан, скрипка, баян көйҙәре, усаҡтан төтөн, тәбиғәт ҡосағында, ҡош юлы аҫтында һәм ижад, ижад, ижад... – иң яҡшы ял һәм көс туплау ваҡыты ошо түгелме? Һеҙҙе Аманат яланында көтөп ҡалалар!