Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Конкурсты Ишембай таҡмаҡсыһы башлай!

Һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителгән был таҡмаҡтың башҡарыусыһы ғына түгел, һүҙҙәрен дә үҙе яҙған Зөбәржәт Насирова. Мандолинала Скворчиха ауылы биләмәһе башлығы Сәлимә Герасименко, ҡумыҙҙа ФАП мөдире Ләйсән Сөйәрғолова уйнай. Алаҡайҙар ҡайҙа эшләһәләр ҙә, сәхнәлә лә һынатмайҙар. “Башҡортостан” гәзитен данлаған таҡмаҡтар ҙа бик урынлы һәм күңелде иретерлек. Бөрйән районының Мәҡсүт ауылында һигеҙ балалы ғаиләлә алтынсыһы булып донъяға килгән Зөбәржәт апай. Ауылда башланғыс белем алғандан һуң, Ишембай ҡалаһындағы 2-се интернат-мәктәпкә юллана. Урта белем алғас, физкультура техникумында уҡый. Бер нисә йыл спорт өлкәһендә лә эшләп ала. Һуңынан машинист һөнәрен үҙләштереп,нефть-химия комбинатына урынлаша һәм 33 йыл унда хеҙмәт итә. Бөгөнгө көндә Зөбәржәт апай хаҡлы ялда. Тормош иптәше менән Алаҡай ауылында матур итеп йорт һалып ингәндәр. Өс баланы оло тормош юлына сығарып, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәйҙәр. - Бәйләргә, сәскәләр үҫтерергә яратам. Ауыл клубындағы “Гөрләүек” вокаль ансамбленә йөрөйөм. Гармунда ла уйнайым, ҡыҙыҡлы таҡмаҡтар ҙа яҙырға яратам, - тип һөйләне Зөбәржәт апай. Һәр яҡлап һәләтле, күңеле менән сәнғәткә, матурлыҡҡа ғашиҡ Алаҡай таҡмаҡсыһына уңыштар теләйбеҙ! Фото: шәхси архивтан.