3 июлдә “Салауат ерендә” нәфис тәржемә конкурсы башланды. Башҡортостан Республикаһының башҡорт һәм татар телдәрендә ижад иткән хәҙерге әҙәбиәтселәренең әҫәрҙәре рус теленә тәржемә ителәсәк һәм киң уҡыусылар даирәһенә тараласаҡ. Конкурс декабрҙә ҙур әҙәби тәржемә байрамы менән тамамлана, Унда “Шиғриәт” һәм “Проза” номинацияларында лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы ғына түгел, ижади лабораториялар, концерттар, түңәрәк өҫтәлдәр һәм башҡалар ҙа була. “Йәмғиәттең үҫеше һәм традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлау өсөн әҙәбиәтебеҙҙең абруйын күтәрергә кәрәк, – тине Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов. – Беҙҙә яҡшы яҙыусылар күп, һәм уҡыусыларҙың улар тураһында белеүе, уларҙың шиғриәтен һәм прозаһын яратыуы мөһим. Шулай уҡ беҙҙең кеүек күп милләтле республика өсөн художестволы тәржемә проблемаларына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү мөһим. Беҙ рус телле әҙәбиәтселәр араһында яңы тәржемәселәр табырға өмөтләнәбеҙ. Әҙәбиәтселәрҙән тыш, теләгән һәр кем тәржемәлә үҙ көсөн һынап ҡар