Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Ведомости" баҫмаһына ҙур интервью бирҙе. Һөйләшеүҙең ҙур ғына өлөшө махсус хәрби операцияға ҡағылды. – Дөйөм алғанда, иҡтисад хәрби рельстарға үҙгәртеп ҡороламы? – Башҡортостанда Ростехтың периметрындағы ҙур предприятиелар: Күмертау авиация предприятиеһы, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, башҡа бер нисә заводтар. Әле улар заказдар менән тәьмин ителгән. Уларҙың проблемаһы – эшсе ҡулдарҙың етмәүе. Дөйөм алғанда, әле республикала эш ҡулдары етмәй, шулай уҡ бөтә Рәсәй буйынса ошондай хәл күҙәтелә. Беҙҙә тәүге тапҡыр Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса эшһеҙлек кимәле – 3,4 процент. Кешеләр етешмәй. Иҡтисадты туранан-тура үҙгәртәбеҙ, тип әйтә алмайым. Беҙҙәге бурыс – иҡтисадты үҫтереү. Һәм МХО өсөн нимәлер эшләргә кәрәк икән, эшләйбеҙ. Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында беҙ БАС-200 беспилотнигы менән таныштырҙыҡ. Ләкин ул – граждандар авиацияһы өсөн. БПЛА-ны әле Өфө фән һәм технологиялар инстит