Өфө дәүләт нефть техник университетында креатив индустриялар һәм урбанистика лабораторияһы асыла. Уның маҡсаты - ҡала системаларына идара итеү өсөн һанлы платформа булдырыу. Был иһә барлыҡ белгестәр: баш архитекторҙар, урбанистар, инвесторҙар, ғалимдар һәм башҡалар өсөн алыштырғыһыҙ ярҙамсы буласаҡ. Нимә ул ҡала? Был һорауҙы социологка бирһәк, ул: “Ҡала – унда йәшәүсе кешеләр”, тип яуап бирә. Тарихсы “Ҡала – билдәле урында ваҡыт үтеү менән барлыҡҡа килгән йолалар һәм мәҙәниәт" тиер. Психолог “Кеше шәхесе формалаша торған мөхит” тиер. Өфөлә вуз-ара кампуста урынлашасаҡ Өфө дәүләт нефть техник университетының Креатив индустрия һәм урбанистика лабораторияһы ғалимдары быға үҙҙәренең һығымтаһын бирә. Ул алда әйтеп үтелгәндәрҙең барыһын да берләштерә: “Ҡала – барыһы менән дә бәйләнгән мәғлүмәт-киңлек системаһы”. ӨДНТУ-ның креатив индустриялар һәм урбанистика лабораторияһы етәксеһе Светлана Байморатова әйтеүенсә, ҡала төҙөлөшө системаларына идаралыҡ өсөн яңы ҡоралдар булдырыу – бөтә донъ