“Беҙ бергә. Спорт” йәйге сурдлимпиада уйындарында 30 илдән ҡатнашыусылар 23 июлдән килә башлаясаҡ. Ярыштар 2 авгусҡа тиклем үтәсәк. АҠШ, Бразилия, Франция, Төркиә, Испания, Израиль, Кения, Филиппин, Бахрейн, Иран, Ираҡ, Вьетнам һәм башҡа илдәрҙән спортсылар көс һынашасаҡ. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, спорт төрлө сәйәси шарттарҙа ла, төрлө ил вәкилдәренең үҙ-ара бәйләнеше өсөн майҙансыҡ булып ҡала. - Уйындар спорттың социаль әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алыу өсөн шәп мөмкинлек буласаҡ. Беҙ спорт инфраструктураһын яҡшы темптар менән үҫтерәбеҙ һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар өсөн бөтә шарттар тыуҙырабыҙ. Башҡортостанда ҙур турнирҙар үткәреү тәжрибәһе бай. Спорт министрлығына ярҙамы өсөн рәхмәт әйткем килә. Уйындар юғары кимәлдә үтһен, ҡунаҡтарыбыҙ башҡорт йолалары менән танышһын өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы. Өфөлә "Беҙ бергә. Спорт» сурдлимпиада йәйге уйындарын уҙғарыу тураһында килешеү спорт министры Олег Матыцин, Ра