Дәүләкән районының Калиновка ауылы янында космонавт-һынаусы Урал Солтанов исемендәге халыҡ-ара аэрокосмик мәктәп урынлашҡан. Учреждениела июль башында сираттағы смена башланды. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты саҡырыуы буйынса Ростов өлкәһе Солонецкий ауылы мәктәбенең ике уҡыусыһы ҡатнаша. Әйтергә кәрәк, был белем усағы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә. Йола буйынса, мәктәп-лагерҙа үҫмерҙәр ғалимдар, космонавтар, сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, сәйәхәтселәр, юғары уҡыу йорттары һәм тикшеренеү үҙәктәре уҡытыусылары, эре производствола эшләүселәр менән осрашыуҙарҙа, ҡыҙыҡлы спорт сараларында ҡатнаша, Аэротуй - "йыһан һабантуйы"н үткәрә, һөнәри олимпиадала үҙ көсөн һынап ҡарай, уның йомғаҡтары буйынса приздар, наградалар һәм дипломдар яулай. Балаларҙың Башҡортостанға сәфәрен ойоштороусыларҙың береһе - БР Яҙыусылар союзы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, хәрби хәрәкәттәр ветераны, отставкалағы подполковник Мәхмүт Сәлимов түбәндәгеләрҙе белдерҙе: - Дәүләкән районының Калиновка ауылы янындағы лагерь-мәктәп күптәргә таныш - унда йыл һайын космонавт Урал Солтанов исемендәге Халыҡ-ара аэрокосмик мәктәп уңышлы эшләп килә. Обливский районының Солонецкий мәктәбенән бында Анна Ломоносова һәм Софья Касперович килде. Улар менән Башҡортостан Республикаһына балалар йәмәғәт берекмәләрен тәрбиәләү һәм улар менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү буйынса директор кәңәшсеһе Лариса Анатольевна Дмитриева юлланды. Балаларҙы мауыҡтырғыс саралар көтә. Әйткәндәй, бында Можайский исемендәге олимпиадала йә Гагарин кубогында еңеүсе йәки призер булған, мәктәп дисциплиналарын үҙләштереүҙә уңыштарға өлгәшкән уҡыусылар ғына эләгә ала, – тине Мәхмүт Бәкер улы. Ул шулай уҡ ҡыҙҙарҙың яңы дуҫтары барлыҡҡа килер тип ышана: космонавт-һынаусы Урал Солтанов исемендәге халыҡ-ара аэрокосмик мәктәпкә Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 6-9-сы класс уҡыусылары килгән. Лариса Анатольевна Дмитриева, делегация етәксеһе, Башҡортостан Республикаһында улар тәүге тапҡыр булыуын һәм республика тәбиғәте һәм ихлас кешеләре менән әсир итте, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. - Тәьҫораттар бик сағыу. Беҙ ойоштороусыларға - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына һәм уның Ростов өлкәһендәге бүлексәһенә ошондай мөмкинлек биргәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Ҡыҙҙар бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, көндәре сәғәтләп бүленгән, - тине ул. 11 июлдә, смена тамамланғас, Ростов өлкәһе Солонецк районы уҡыусыларын Өфөлә көтәләр, унда ҡыҙҙарға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре баш ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап экскурсия ойошторасаҡ. Республиканың йәш ҡунаҡтары БР Милли музейында, "Ете ҡыҙ" фонтанында, С.Юлаев, М.Шайморатов һәйкәлдәрендә һәм аквапаркта буласаҡ. Фотолар: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы