Улар “Башҡортостан Республикаһы Ҡаҙағстан балалары күҙлегенән” һәм “Ҡаҙағстан Республикаһы Башҡортостан балалары күҙлегенән” тип аталды. Ҡатнашыусыларҙы “Астана - Өфө: дуҫлыҡ траекторияһы” телекүперендә ҡотлап үттеләр. Был мәртәбәле сара Башҡортостан Республикаһы көнөнә һәм Ҡаҙағстан Республикаһының баш ҡала көнөнә арналған. Йәш рәссамдарҙың был ижади бәйгеһен ЮНЕСКО эштәре буйынса республика комитеты, Ә. Вәлиди исемендәге Республика милли китапханаһы, Астана ҡалаһының ЮНЕСКО балалар һынлы сәнғәт мәктәп-клубы һәм Ҡаҙағстандың беренсе президенты китапханаһы ойошторған. Конкурс, ике республиканың дуҫлығын һәм мәҙәни-гуманитар бәйләнешен үҫтереү маҡсатында уҙғарылған. Проектта 7 йәштән 12 йәшкә тиклем 260-тан күберәк бала ҡатнашҡан, шулай уҡ коррекцион мәктәптәрҙең дә тәрбиәләнеүселәре ситтә ҡалмаған. Йәш рәссамдар, Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан халыҡтарының үҙенсәлеге, этномәҙәни ҡиммәттәре, милли йолалары, иҫтәлекле урындары, әкиәт-риүәйәттәре менән яҡындан танышҡан. Йәш таланттарҙың эш