Рәсәй Президенты Владимир Путин ил Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин менән осрашыу мәлендә Рәсәйҙең иҡтисади күрһәткестәре көтөлгәндән юғарыраҡ булыуы тураһында белдерҙе. – Беҙҙең һөҙөмтәләр көтөлгәндән дә, иҡтисади күҙаллауҙарҙан да яҡшыраҡ. Был беҙгә бөтә алға ҡуйылған бурыстарҙы ла үтәүгә өмөт бирә, — тине Президент. Осрашыу барышында Премьер-министр, санкцияларға ҡарамаҫтан, ил иҡтисады ышаныслы тергеҙелеүен дауам итә һәм ағымдағы йылдың тәүге биш айында эске тулайым продукттың 0,6 процентлыҡ үҫешен күрһәтә, тип билдәләне. Михаил Мишустин, йыл аҙағына тиклем эске тулайым продукт ике процентҡа арта ҡалһа, артабанғы үҫешкә ышаныс бар, тип белдерә. Бынан тыш, Премьер-министр эшкәртеү сәнәғәте үҫеш драйверы булып сығыш яһаясаҡ, тип өҫтәне. Рәсәйҙә инфляция йыл һайын 5 проценттан артмаҫҡа тейеш, сөнки июль башында уның ставкаһы 3,4 процент тәшкил итте, тине Премьер-министр. Мишустин мәғлүмәттәре буйынса, илдә эшһеҙлек кимәле — 3,1-3,2 процент тәшкил итә. Премьер-министр шулай уҡ милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу күрһәткестәре 98,95 процент тәшкил итә тип белдерҙе. — Экология, демография, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт... Былар барыһы ла, әлбиттә, кешеләр беҙҙән һөҙөмтә көткән йүнәлештәр. Беҙ һеҙҙең күрһәтмәләрҙе еренә еткереп үтәйбеҙ, — тип өҫтәне ул. Шул уҡ ваҡытта Премьер-министр бөтә социаль йөкләмәләр үтәләсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәғлүмәт һәм фотолар Рәсәй Президенты сайтынан алынды.