“Тел ни өсөн тештең артында? "Аллаһ Тәғәләнең хикмәте был. Әгәр тел алда торһа, уйламай-итмәй теләһә ниндәй хәбәр һөйләр ине" тигән фекер һалынған дини китаптарға. Ғөмүмән, әҙәм балаһы һәр һүҙен үлсәп һөйләргә тейеш. Ошоға бәйле бер хикмәт тәҡдим итәбеҙ. Бер кеше имам-хатип янына килә лә: – Һеҙҙең турала дуҫығыҙ нимә һөйләгәнен әйтәйемме? – ти, йыш-йыш тын алып. – Туҡта, көтөп тор, – тип яуаплай мулла. – Нимә әйтергә теләгәнеңде тәүҙә өс иләк аша үткәр. – Нисек? – Беренсенән, был һүҙҙәрҙе дөрөҫлөк иләгенә һал. Миңә әйтергә теләгәнеңдең хаҡ икәнен ныҡлы беләһеңме? – Юҡ. Ишеттем генә... – Яҡшы. Тимәк, дөрөҫмө-юҡмы икәнен белмәйһең. Хәҙер инде еткерергә теләгән һүҙҙәреңде изгелек иләгенән үткәрәйек. Һин минең дуҫым хаҡында яҡшы хәбәр әйтергә теләйһеңме? – Юҡ! Киреһенсә!.. – Тимәк, – тип һүҙҙе бүлгән имам-хатип. – Һин уның тураһында, хатта ки дөрөҫлөктө белмәһәң дә, ниндәйҙер насар һүҙ еткерергә ниәтләйһең. Өсөнсө – файҙа иләге. Миңә был хәбәрҙе мотлаҡ ишетеү кәрәкме? Ул тормошома ыңғай йоғонто яһармы, файҙа килтерерме? – Юҡ... – Тимәк, еткерергә теләгән һүҙең хаҡ та, яҡшы ла, файҙалы ла түгел. Бындай осраҡта уны ниңә әйтергә? Ошо хикмәттә раҫланыуынса, ғәйбәт һөйләү, һүҙ йөрөтөү - гонаһ.