Радий Хәбиров бөгөнгө "Ведомости" баҫмаһына биргән интервьюһында һайлау темаһына ла яуаптар бирҙе. – Быйыл республика Ҡоролтайына һайлауҙар үтә. Һеҙ “Берҙәм Рәсәй”ҙең исемлеген етәкләйһегеҙ. Ҡоролтайҙа ниндәй партиялар үтә ала? Бына, мәҫәлән, 2021 йылда Дәүләт Думаһында бишенсе фракция – “Яңы кешеләр” барлыҡҡа килде. – Улар беҙгә килде, беҙ улар менән аралаштыҡ. Беҙ һәр төрлө конструктив партияға ярҙам итергә әҙербеҙ. Ләкин беҙ уларға, һеҙ урындарҙа эшләргә тейеш, тинек. Уларҙың төбәк селтәре әлегә әүҙем формалашыу стадияһында. Нимә килеп сығырын ҡарарбыҙ. Бында мин фараздар бирмәйәсәкмен. Әммә беҙ ғәҙәттәге парламент партияларының өҫтөнлөккә эйә булыуын аңлайбыҙ, улар эш алып бара, төбәк бүлексәләре эшләй. ЛДПР-ҙың шул уҡ лидеры Леонид Слуцкий Башҡортостанға килде, беҙ уның менән аралаштыҡ. Шуға күрә ниндәйҙер көтөлмәгән хәлдәр һәм бигерәк тә революция тенденциялары булмаясаҡ. – Ә һеҙ, үҙегеҙ ҙә шунда булған, исемлек башындағы “паровоздарға” нисек ҡарайһығыҙ? – Ыңғай. Төбәктәрҙә шула